Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
5 Сентябрь 2017, 02:00

Илдар Бикбаев районда булды

30 августа РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Зинур улы Бикбаев Мәсетле районында булды. Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА. Илдар Зинур улы Мәсетле районы депутаттарының “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы депутаттары берләшмәһе (фирҡәһе) йыйылышында ҡатнашты. Бынан тыш, уға Мәсетле районы Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, “Ҡала мөхите” федераль партия проектының район координаторы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлыларҙың координация советы рәйесе Ирина Аҡбашева, урындағы бүлексә секретары Альберт Сәғҙәтов, урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Зилә Рәхимҡолова, райондың йәш депутаттар ассоциацияһы етәксеһе Регина Ғайсина, “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлмәрйәм Әхмәтшина саҡырылған ине. Көн тәртибендә Мәсетле районы Советында “Берҙәм Рәсәй” партияһы фирҡәһенә “Уңайлы ҡала мөхите” һәм “Реаль эштәр” проекттарын тормошҡа ашырыуҙа яуаплы буласаҡ депутат-ағзалар беркетеү тураһында мәсьәлә ҡаралды. 2017 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһында “Уңайлы ҡала мөхите” инфраструктуралы федераль партия проекты тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта 23 муниципаль берәмектең ихата һәм йәмәғәт территорияларында (проектта ҡатнашыусылар) төҙөкләндереү буйынса эштәр башланған. Проектты тормош-ҡа ашырыу буйынса 2017 йылда федераль бюджеттан 856,6 млн һум бүленгән, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан – 175,5 млн һум. Проектты финанслау күләме буйынса республика Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында өсөнсө урынды биләй. Беҙҙең районда проект Оло Ыҡтамаҡ, Әләгәҙ, Оло Аҡа, Яңы Мөслим ауылдарында тормошҡа ашырыласаҡ. Проекттың эш төркөмө әлеге торама пункттарҙа ихаталар-ҙың адреслы исемлеген төҙөгән. Ошо проект сиктәрендә төҙөкләндереләсәк объекттар: Оло Ыҡтамаҡ ауылында сквер, “Атлант” стадионы, Оло Аҡа һәм Әләгәҙ ауыл клубтары эргәһендәге территория. Район буйынса бөтәһе 140 кв. м майҙанда 21 ихата территорияһын төҙөкләндереү планлаштырыла. 1 сентябрҙән күп фатирлы йорттарҙың ихата территорияһын “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” муниципаль программаһына индереү тураһында тәҡдимдәр ҡабул ителә башлай. Мәсетле районында “Реаль эштәр” проекты өсөнсө йыл тормошҡа ашырыла. Халыҡ дөйөм граждандар йыйылышында һәм депутаттар менән осрашыуҙарҙа тәү сиратта төҙөкләндереүҙе талап иткән инфраструктураны үҙе һайлай. Ошондай заявкалар нигеҙендә объекттар исемлеге төҙөлә һәм улар халыҡтың туранан-тура ҡатнашлығында тергеҙелә. 2015 йылда проект сиктәрендә киләһе эштәр башҡарылды: Әләгәҙ ауылы мәктәбе йүнәтелде, Оло Ыҡтамаҡ ауылының көньяҡ өлөшөндә яңы һыу алғыс төҙөлдө, Түбәнге Бобин ауылында мәҙәниәт йорто өсөн бина йыһазландырылды. Ошо өс проектты финанслауҙың дөйөм күләме бер миллион һумдан ашыуҙы тәшкил итте, ҡушып финанслауҙың дөйөм күләме – 1821500 һум. 2016 йылда ун проект тормошҡа ашырылды: Ҡорғат клуб системаһында, Ҡотош урта дөйөм белем биреү мәктәбендә, Яңы Яуыш ауылының балалар баҡсаһында тәҙрәләр алмаштырылды, Теләш хакимиәте бинаһының ҡыйығы, Йонос һәм Дыуан-Мәсетле ауылдарында һыу үткәргес, Оло Аҡа ауылында клуб бинаһы ремонтланды. Ошо проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 3932500 һум тәшкил итте. Быйыл эш төркөмө йыйылыштар-ҙа граждандар тәҡдим иткән проекттарҙы өйрәнгәндән һуң, заявкаға ун проектты индерҙе: Дыуан-Мәсетле ауылында балалар баҡсаһы канализацияһына, Ҡорғат ауылында балалар баҡсаһына, Түбәнге Бобин мәктәбенең ашханаһына капиталь ремонт, Йонос мәктәбенә спорт ҡорамалдарын һатып алыу, Оло Аҡа ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһына, Оло Ыҡтамаҡ ауылының таҙартыу ҡоролмаларына, Яңы Яуыш ауыл клубында һыу менән тәьмин итеү системаһына, Йонос ауыл клубы бинаһына капиталь ремонт, Абдулла ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙарға һәйкәлде ремонтлау өсөн материалдар һатып алыу, Оло Ыҡтамаҡ ауылының район Мәҙәниәт һарайына музыка ҡорамалдары һатып алыу, капиталь ремонт. Ағымдағы йылда проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 1685 мең һум йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ муниципалитеттар-ҙың урындағы бюджеттарынан һәм шәхси инвесторҙарҙан ҡушып финанслау планлаштырылған. – Һайлаусыларым менән бәйләнеш тотоу минең өсөн бик тә мөһим. бөгөнгө осрашыу проблемалар тураһында даими фекер алышыу өсөн нигеҙ буласаҡ, – тип үҙ сығышын башланы Илдар Зинур улы. – Хәҙер “Уңайлы ҡала мөхите” федераль проектына старт бирелгән. Шулай ҙа бурыстар күп әле, уларҙы хәл итеү өсөн муниципалитет вәкәләте генә етмәй. Ҡала мөхитен төҙөкләндереү һәр кеше өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Уның “Берҙәм Рәсәй” һайлау алды программаһына эләгеүе осраҡлы түгел, ә аҙаҡтан Дәүләт Думаһында фирҡә федераль бюджеттан ихата территорияларына, бәләкәй ҡала парктарына 25 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү өсөн тауыш биргән. Ҡала мөхитен төҙөкләндереү проектын тормошҡа ашырыу нисек бара, ниндәй иҫкәрмәләр бар, нимәгә иғтибар итергә кәрәк – быларҙың барыһын да беҙ халыҡ менән осрашҡан саҡта асыҡлаясаҡбыҙ. Миңә төбәктәр менән бәйләнеш булдырыу үтә лә мөһим, сөнки бөтә был проекттар партия һайлауға барғанда үҙ өҫтөнә алған программаларҙы тормошҡа ашырыу булып тора, уларҙың нигеҙендә – граждандар наказы. Ә иң мөһиме инде – уларҙы тормошҡа ашырыуҙа туранан-тура халыҡ ҡатнаша, сөнки нәҡ улар ихаталар ниндәй булырға тейешлеген, парк һәм скверҙарҙы ниндәй итеп күрергә теләүен билдәләй, – тине Илдар Зинур улы. Район Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин: “урындағы башланғыс-тарға булышлыҡ итеүсе проект ярҙамында биләмә башлыҡтары социаль йүнәлеште үҫтереү, торама пункт-тарҙы төҙөкләндереү, бюджет средстволарын ҡулланыу һөҙөмтәлелеген арттырыу, урындағы проблемаларҙы хәл итеүҙә халыҡты йәнләндереү мөмкинлегенә эйә”, – тип билдәләне. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев һорауҙарға яуап бирҙе, ҡайһы берҙәрен контролгә алды. Йыйылыштан һуң Илдар Бикбаев Әләгәҙ һәм Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәләрендә булды, унда граждандарҙы ҡабул итте. Депутаттың әйтеүенсә, халыҡ менән аралашып ҡына уларҙың проблемаларын белергә мөмкин. Уға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр. Халыҡты районда ауыл хужалығы хәле, юлдарға асфальт түшәү, эсәр һыу, яңы клуб һәм инфраструктура төҙөү кеүек мәсьәләләр борсой. Бөтә проблемаларҙы һәм тәҡдимдәрҙе иғтибар менән тыңланылар һәм тулы яуап бирҙеләр.Илдар Зинур улы Әләгәҙ ауылындағы күп фатирлы йорттарҙың береһендә булды, унда үткән йыл һәр фатирға айырым газ үткәрелде. Дыуан-Мәсетлелә мәктәпте, музейҙы, “Балалар спорты” проекты буйынса түшәменә ремонт эшләнгән спорт залын ҡараны.