Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
20 Сентябрь 2022, 12:30

Районыбыҙҙа нисә кеше йәшәй

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы биргән яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, 2021 йылдың 1 октябренә халыҡ иҫәбен алыу өсөн Рәсәйҙә даими йәшәгән 147182123 кеше иҫәпкә алынған. Был хаҡта Башҡортостанстаттың Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы бүлексәһе баш белгес-эксперты Лия Ханова хәбәр итә.

Районыбыҙҙа нисә кеше йәшәй
Районыбыҙҙа нисә кеше йәшәй

Рәсәй халҡының 74,8 проценты – ҡалала, 25,2 проценты ауылда йәшәй. Башҡортостан Республикаһында 4091423 кеше йәшәй, шуның 61,8 проценты – ҡала халҡы, 38,2 проценты – ауыл халҡы. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Мәсетле районында 25032 кеше йәшәгән, 2020 йылда 22633 кеше иҫәпләнгән.
Башҡортостанда бөтәһе 1931622 ир-егет йәшәй (47,2%), ҡатын-ҡыҙҙар – 2159801 (52,8%). Мәсетле районында ирҙәр – 10959 (48,4%) һәм ҡатын-ҡыҙҙар – 11674 (51,6%).
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Абдулла ауыл биләмәһендә 628 кеше йәшәй, уларҙың 304-е – ир-егеттәр, 324-е – ҡатын-ҡыҙ; Әләгәҙ ауыл биләмәһендә – 2443 кеше, 1194 ир-егет, 1249 ҡатын-ҡыҙ; Оло Аҡа ауыл биләмәһендә – 1236 кеше, 618 ир-егет, 618 ҡатын-ҡыҙ; Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә – 10265 кеше, 4838 ир-егет, 5427 ҡатын-ҡыҙ; Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһендә – 1298 кеше, 627 ир-егет, 671 ҡатын-ҡыҙ; Ҡорғат ауыл биләмәһендә – 402 кеше, 210 ир-егет, 192 ҡатын-ҡыҙ; Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһендә – 1504 кеше, 767 ир-егет, 737 ҡатын-ҡыҙ; Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә – 1202 кеше, 588 ир-егет, 614 ҡатын-ҡыҙ; Яңы Мишәр ауыл биләмәһендә – 945 кеше, 468 ир-егет, 477 ҡатын-ҡыҙ; Яңы Яуыш ауыл биләмәһендә – 740 кеше, 374 ир-егет, 366 ҡатын-ҡыҙ; Ростов ауыл биләмәһендә – 764 кеше, 382 ир-егет, 382 ҡатын-ҡыҙ; Йонос ауыл биләмәһендә – 1206 кеше, 589 ир-егет, 617 ҡатын-ҡыҙ.
Территориаль берәмектәр – 12, ауылдар – 49.
Һуңғы теүәл йомғаҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 7 июлендәге “2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға йомғаҡ яһау тураһында” 1126-сы ҡарарына ярашлы яһалған мәғлүмәттәр буйынса 2022 йылдың 31 декабренә тиклем яһала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һанлы технологияларҙы киң ҡулланып, 2021 йылдың 15 октябренән 14 ноябренә тиклем дауам итте. 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа, 2002 һәм 2010 йылдарҙағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙағы кеүек үк, даими халыҡ иҫәпкә алынған. Улар Рәсәй Федерацияһында даими йәшәүсе халыҡ.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова