Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
3 Июнь 2022, 10:10

Радий Хәбиров: “Республика халҡының иҡтисади именлеге хәлде ни тиклем дөрөҫ баһалауҙан тора”

Мәсетле районында “Ҡарағай” шифаханаһы базаһында республика муниципалитеттары хакимиәттәре башлыҡтарының семинары үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре ҡатнашты.

Радий Хәбиров: “Республика халҡының иҡтисади именлеге хәлде ни тиклем дөрөҫ баһалауҙан тора”
Радий Хәбиров: “Республика халҡының иҡтисади именлеге хәлде ни тиклем дөрөҫ баһалауҙан тора”

Үҙ сығышында төбәк етәксеһе республиканың иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүҙең заманса шарттарында муниципалитеттарҙың төп бурыстарын билдәләне.
– Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштең ябай булмаған осорон бергәләп үткәрҙек. Украинала махсус операция барышында Ватанды һаҡлаусы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә, зыян күргән Донбасста йәшәүселәргә ярҙам итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта беҙҙең алда ҡаршылыҡтар күп әле. Республика халҡының иҡтисади именлеге хәлде ни тиклем дөрөҫ баһа-лауҙан тора.
Башҡортостан Башлығы иҡтисадты үҫтереүҙе һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙе, шулай уҡ мөһим мәсьәләләр буйынса халыҡ менән конструктив диалог булдырыуҙы урындағы власть органдарының өҫтөнлөклө бурыстары тип атаны.
– Санкциялар шарттарында инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүлеү, һәр ҡайһы, хатта ҙур булмаған эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һәм беҙ, һис шикһеҙ, халыҡ алдындағы үҙ социаль йөкләмәләребеҙҙе тулыһынса үтәргә, улар менән даими аралашырға, халыҡты борсоған мәсьәләләр буйынса бергәләп ҡарарҙар ҡабул итергә тейешбеҙ.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар төрлө тармаҡтар буйынса республика үҫешенең яҡынса йомғаҡтарын һәм төбәк муниципалитеттарының социаль-иҡтисади хәлен тикшерҙе. Был мәсьәләләр буйынса ентекле анализды Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров тәҡдим итте. Әйтәйек, 2022 йылдың ғинуар-март айҙары йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 110,1% тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй буйынса был күрһәткес – 105,9%.
Төбәктең агросәнәғәт комплексында хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре сәсеү кампанияһын тамамлай. Ямғырлы майға ҡарамаҫтан, яҙғы баҫыу эштәре план режимында бара.
Төҙөлөш секторында эш күләме дүрттән бер өлөштән ашыуға артҡан. 2022 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса, тармаҡ индексы 126,8 процентҡа еткән, был да Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән (104,5%) юғарыраҡ.

Юл буйы сервисы өлкәһендә 2022 йылда республика биләмәһендә 150 яңы объект төҙөү һәм тағы 150-һен яңыртыу бурысы тора.
– Муниципалитеттар был эшкә әүҙем ҡушылырға, тармаҡҡа инвесторҙар йәлеп итергә тейеш. Туризм, транспорт, хеҙмәттәр өлкәһен үҫтереү күп осраҡта шуға бәйле, – тине Андрей Назаров. – Бынан тыш, яңы объекттар урындағы бюджеттарға өҫтәмә табыш килтерә.
Семинарҙа шулай уҡ иҡтисадҡа ярҙам, ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү, мәктәп мәғарифы системаһын модернизациялау, юлдарҙы ремонтлау һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, социаль коммуникацияларҙы үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.

Шул уҡ ваҡытта
Мәсетле районына эш сәфәре менән ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова килде.
Сәфәр барышында ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге асҡан техник реабилитация сараларын прокатҡа алыу һәм һатыу пунктында ла булды. Был пункт 2020 йылдың аҙағында уҡ асылды һәм уҙған эш осоронда урындағы халыҡҡа ярҙам итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: техник реабилитация сараларын прокатҡа биреү пунктынан инвалидтар өсөн таяҡсалар, кресло-коляскалар, урында ятҡан сирлеләр өсөн махсус матрастар, инвалидтарҙы, оло йәштәгеләрҙе, аҙ хәрәкәт иткән кешеләрҙе ҡарау өсөн кәрәк-яраҡтар һәм башҡа әйберҙәрҙе
ваҡытлыса ҡулланыуға алып торорға йәки һатып алырға мөмкин. Ленара Хәким ҡыҙы был үҙәк эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе һәм ошо эш тәжрибәһен башҡалар менән дә уртаҡлашыу кәрәклеген белдерҙе. Техник реабилитация сараларының ватылыуы – кешеләр өсөн ҙур проблема. Уларҙы йүнәтеүҙе көтөү йәки алмаштырыуға сиратта тороу күп ваҡыт талап итергә мөмкин.
– Бындай мобиль үҙәктәр зональ рәүештә республиканың бөтә территорияһында барлыҡҡа килергә, шул рәүешле мохтаж граждандарҙы кәрәкле техник реабилитация саралары менән тәьмин итергә тейеш, – тип билдәләне ул.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.

Радий Хәбиров: “Республика халҡының иҡтисади именлеге хәлде ни тиклем дөрөҫ баһалауҙан тора”
Радий Хәбиров: “Республика халҡының иҡтисади именлеге хәлде ни тиклем дөрөҫ баһалауҙан тора”
Автор:Лариса Михалькова