Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
16 Ноябрь 2021, 09:20

Халыҡ беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршылай

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланыу өҫтөндә.

Халыҡ беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршылай
Халыҡ беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршылай

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ил өсөн әһәмиәтле сара 15 октябрҙә старт алды һәм 14 ноябргә тиклем дауам итә. Шуның өсөн дә кемдәр иҫәп алыуҙа ҡатнашырға өлгөрмәгән, уларҙың ике көн ваҡыты бар.
Район ауылдарында бөгөн 44 иҫәп алыусы эшләй. Уларҙың һөйләүе буйынса, халыҡ иҫәп алыу һорауҙарына теләп яуап бирә, әммә ҡыйынлыҡтар ҙа килеп сыға.
Зөлфиә Рәхимова иҫәп алыуҙа инде бер нисә тапҡыр ҡатнаша. 2010 йылда ул инструктор була (ағымдағы йылда уларҙы контролер тип йөрөтәләр).
– Үткән иҫәп алыуҙа беҙ ҡағыҙ вариант менән эшләнек, өйҙәр буйлап йөрөп, ҡағыҙҙарҙы ҡул менән тултырҙыҡ, ә хәҙер беҙҙең эште күпкә еңелләштергән планшет ҡулланабыҙ, – тип һөйләй ул. – Мин ике ауыл территорияһында эшләйем. Тыуған Оло Аҡа ауылында кешеләр мине яҡшы белә, асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Иҫәп алыу һорауҙарына ҙур теләк менән яуап бирә, был эштең ни өсөн кәрәклеген яҡшы аңлайҙар. Ключевой ауылында тәүҙә ҡыйын булды. Аңлатыу эше алып барғандан һуң, ауыл халҡы ҙур теләк менән иҫәп алыуҙа ҡатнаша.
Райондың иҫәп алыусылары билдәләүе буйынса, һанлы технологиялар анкета тултырыу эшен күпкә еңелләштергән. Был ауыл халҡы өсөн дә, иҫәп алыусылар өсөн дә уңайлы.
– Респонденттарҙың төрлөһө бар: берәүҙәр һорауҙарға аныҡ яуап бирә, икенселәр был эштең ни өсөн кәрәклеген аңлап етмәй, әммә ундайҙар аҙ. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр иҫәп алыусыға паспорт, торлаҡҡа хужа булыу хоҡуғы документы һәм башҡа документтар күрһәтеү кәрәк тип уйлай. Шуны аңлатып үтәм, иҫәп алыу ҡағыҙына граждандың әйткән мәғлүмәте генә теркәлә, – тип һөйләй Оло Ыҡтамаҡ ауылында иҫәп алыу эшен башҡарыусы Айгөл Шарапова. – Күп кешеләр иҫәп алыусы килерен яҡшы белә, һорауҙарға ыңғай яуап ҡайтара, үҙҙәре тураһында һөйләй. Миңә тәғәйенләнгән участка ауылдың яңы микрорайонында урынлашҡан. Бында матур өйҙәр һалып, балалар тәрбиәләгән ғаиләләр күп. Беҙҙә изге күңелле һәм ихлас кешеләр йәшәүе ҡыуандыра.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында икенсе иҫәп алыусы Эльвира Рамазанова әйтеүе буйынса, иҫәп алыуға халыҡ ыңғай ҡарай. Әммә улар биргән мәғлүмәт артабан йәшәү кимәлен түбән төшөрөр тип уйлаусылар ҙа бар.
– Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр, килем сығанағын белеп, һалым түләтерҙәр тип уйлап, һорауҙарға яуап бирергә теләмәй. Шуны аңлатҡым килә: дөйөм базаға был мәғлүмәттәр бирелгәндә шәхестәр исеме күренмәй. Анкета тултырыу дөрөҫ идара ҡарарын ҡабул итергә аныҡ мәғлүмәт алыу, рәсәйлеләрҙең тормошон яҡшыртыу маҡсатында дәүләт программаларын ҡабул итеү өсөн эшләнелә.
Әйткәндәй, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу мөмкинселеген 14 ноябргә тиклем оҙайтҡандар. Элек онлай-форматта ҡатнашыу 8 ноябргә тиклем генә ине. Шуның өсөн дә кемдәр аралашыуҙан тыйылып тора, улар “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша иҫәп алыуҙа ҡатнашырға өлгөрә ала.

Автор:Айгуль  Шарапова