Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
12 Февраль 2021, 12:10

Ил өсөн әһәмиәтле сара сентябргә күсерелде

Коронавирус пандемияһына бәйле быйыл апрелдә үтергә тейешле Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сентябрь айына күсерелде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте COVID-19 пандемияһы шарттарында, киләһе йылға эпидемиологик хәл яҡшырасағына иҫәп тотоп, 2020 йылдың йәйендә иҫәп алыуҙы 2021 йылға күсереү хаҡында ҡарар ҡабул иткәйне. Әле илдә коронавирус эпидемияһы менән көрәштә ыңғай күренештәр күҙәтелә, сир йоҡтороуҙың яңы осраҡтары кәмей, халыҡты вакцинациялау башланды. Әммә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы сентябргә күсереү хәүефһеҙерәк ҡулайлы вариант тип ҡарала. Сөнки, беренсенән, яңы ҡаралған ваҡыт Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тәҡдим иткән 2020 йылғы дөйөм халыҡ иҫәбен алыу өсөн уҙғарыу ваҡытынан тайпылмай. Иҫәп алыуҙы 2021 йылдың сентябрендә уҙғарыу кәрәкле ваҡыт арауығын һаҡлау, сағыштырыуҙы тәьмин итеү, артабан милләттәр буйынса һәм халыҡ-ара кимәлдә сағыштырыу өсөн анализ яһауға алынған статистик мәғлүмәттәрҙең аныҡлығын һәм теүәллеген тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.
Икенсенән, йәшәгән урын буйынса халыҡ иҫәбе алыуҙа күберәк халыҡтың булыуы халыҡ иҫәбен алыу өсөн мөһим ойоштороу критерийы булып тора. Рәсәй статистика хеҙмәтенең һуңғы йылдарҙағы ваҡиғаларҙы һәм һуңғы ун йыллыҡтағы йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе анализлауы, иҫәп алыу өсөн иң ҡулай ваҡыт сентябрь икәнлеген күрһәтте. Был осорҙа халыҡ отпускыларҙан ҡайтып, уҡыу йылына һәм эшкә ныҡлап әҙерләнә, дәүләт органдары менән төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә, электрон хеҙмәттәр менән йышыраҡ файҙалана. Шулай уҡ был осорҙа иҫәп алыуҙа студенттар әүҙем ҡатнаша. Иҫәп алыуҙың сентябрҙә башланыуы уларға эште уҡыуҙары менән бер рәттән алып барырға мөмкинлек бирәсәк. Иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан студенттарға аҡсалата түләүҙән тыш тағы ла бер өҫтөнлөк бар: был уларға практика урынына иҫәпкә алына.
Тағы ла бер мөһим фактор – сентябрҙә илебеҙҙең күпселек территорияһында уңайлы һауа шарттары һаҡлана, вируслы сирҙәр таралыуы күҙәтелмәй.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тәү тапҡыр һанлы форматта үтә. Иң төп яңылыҡ – “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон иҫәп алыу битен үҙ аллы тултырыу. Өйҙәр буйлап йөрөгәндә иҫәп алыу-сылар махсус программа тәьминәте булған планшеттар ҡулланасаҡ. Шулай уҡ иҫәп алыу участкаларында, шул иҫәптән “Минең документтарым” муниципаль һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү күп функциялы үҙәктәре биналарында иҫәп алыу үтергә мөмкин.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.