Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
10 Ноябрь 2020, 16:20

Тағы ла бер тапҡыр адрес хужалығы хаҡында

Мәсетле районында 2021 йылдың 1 апреленән 30-ына тиклем үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эшенә әҙерлек дауам итә.

Халыҡ иҫәбен алыу барышында ғаилә составы хаҡында мәғлүмәт алынып ҡына ҡалмай. уларҙың тормош шарттарын, 2010 йылда уҙған иҫәп алыу ваҡытында алынған күрһәткестәрҙе сағыштырып, үҙгәреш динамикаһын баһаларға мөмкинселек бирә.
Был Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу элекке иҫәп алыу барышынан һанлы технологиялар ҡулланыу менән айырылып тора. Халыҡ тураһында мәғлүмәт йыйыуҙың традицион алымынан башҡа, иҫәп алыусылар интернет ҡулланып, дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында эшләй.
Хәҙер районда халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек эшенең тәү сираттағы бурыстарының береһен тормошҡа ашырыу буйынса эш бара – адрес хужалығы тәртипкә килтерелә.
Бик ҙур эштәр башҡарыла, сөнки тәүге ҡарап сығыу һөҙөмтәләре буйынса, күп йорттарҙың һәм производство объекттарының адрес белешмәһе юҡ, бигерәк тә шәхси секторҙа, улар юйылған, тутыҡҡан һәм уҡыу мөмкин түгел. Ҡайһы бер өйҙәрҙә урам исемен күрһәткән адрес алтаҡтаһы ҡуйылмаған, бары тик рәт һаны ғына, ә яңы төҙөлгән өйҙәрҙә улар бөтөнләй юҡ. Был етешһеҙлектәр иҫәп алып барыу эшен тотҡарлай, сөнки иҫәп алыусы адресатты эҙләп тапҡансы күп ваҡыт үтә һәм бирелгән ваҡыт эсендә улар ҡуйылған бурысты үтәп өлгөрмәй.
Адрес хужалығының көйләнгән булыуы халыҡ иҫәбен алыу эше барышын ғына түгел, бүтән хеҙмәттәр һәм подразделениелар – медицина ярҙамы, почта бәйләнеше, ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр һәм курьерҙар эшен дә еңеләйтә.
Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, адрес реквизиттары торошо, рәт һанын күрһәткән алтаҡтаның талаптарға тап килеүе һәм рәт һанын боҙған өсөн милек хужалары, предприятие етәкселәре, район халҡы яуаплы булыуы хаҡында иҫтәренә төшөрәбеҙ. Бина милекселәре, хеҙмәтләндереүселәр йә ҡуртымға алыусы юридик һәм физик шәхестәр рәт һандары тәртибен боҙған өсөн яуаплы.
Урам исеме һәм рәт һанын күрһәткән алтаҡтаны район типографияһында эшләтеп алырға мөмкин.
Лия ХАНОВА,
2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре
буйынса уполномоченный.