Улар үҙҙәренә тәғәйенләнгән участкаларҙағы “Теркәүсенең маршрут ҡағыҙы” формаһында күрһәтелгән барлыҡ өйҙәрҙе, ҡоролмаларҙы, торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарҙы барланы, уларҙың теркәү иҫәбенең картография материалдарындағы урындарға тап килеүен тикшерҙе.
Ҡарап сығыу барышында ауылдарҙың күп кенә өйҙәрендә, бигерәк тә район үҙәгенең яңы микро-райондарында урамдар исеме һәм өйҙәрҙең номерҙары булмауы асыҡланды. Был халыҡ иҫәбен алыу мәлендә бик мөһим булып тора. Иҫәп алыуҙың тулылығын тәьмин итеү, әҙерлек осоронда һәм халыҡ иҫәбен алғанда ваҡытлыса эшләүсе иҫәп алыусыларҙың эшен аныҡ ойоштороу ауылдар-ҙың адрес хужалығы торошона бәйле. Өйҙәрҙең күрһәтеүсе билдәләренең булыуы, дөрөҫ урынлаштырылыуы һәм тәртиптә тотолоуы өсөн бина һәм ҡоролмалар-ҙың хужалары яуап бирә. Шуға күрә, шәхси йорттар, торлаҡ булып тормаған биналар хужаларынан уларға урам һәм өйҙөң рәт һаны күрһәтелгән алтаҡталар ҡуйыу-ҙарын һорайбыҙ. Юғиһә, кәрәкле өйҙө табыу иҫәп алыусыларға ғына түгел, почтальондарға ла, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә лә ҡыйынға төшә.