Наталья әлеге ваҡытта Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Рәсәй трикотажы” магазинында эшләй. Ә уға тиклем, училищены тамамлағандан һәм кейәүгә сыҡҡандан һуң, төрлө өлкәлә үҙен һынап ҡарай. Социаль селтәрҙәрҙәге блогтар һәм үҙ ижады менән илһамланып, өс йыл элек “28 элмәк” бәйләм бәйләүселәр клубына ҡушыла һәм клуб хәрәкәтенең бер өлөшө булған “Балаҡатай феялары” төркөмөнә инә. Бөгөн улар эшмәкәрлектәре ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарға ярҙамға йүнәлтелгән республикалағы берҙән-бер район клубы булып тора. Ете оҫтабикәнең бәләкәй генә башланғысынан ысын хәрәкәт үҫеп сыға һәм Ләүәле, Сосновый Лог, Мәсәғүт, Яңы Балаҡатай, Оло Ыҡтамаҡ ауылдарынан оҫталарҙы, хатта Златоуст һәм Ҡуса ҡалаларынан берәр “фея”ны йыйып, егермеләгән ҡатын-ҡыҙҙы берләштерә.
– Бәйләргә әсәйем өйрәтте, һуңынан бәләкәс саҡтарында балаларыма бәйләнем, ә хәҙер – ошо сабыйҙар өсөн. Бәйләү тынысландыра. Илһам үҙенән-үҙе килә, бер ойоҡто иртән бәйләһәм, икенсеһен – кис, ҡайһы берҙә бер нисә көн буйына энәгә тотонмайым. Ҡышҡы айҙарҙа ваҡытымды күберәк бәйләүгә арнайым. Клуб составында мин өс партия ойоҡбаш һәм ике плед бәйләнем дә инде – ойоҡбаштар яҡшы килеп сыға. Әйберҙәр ҡәтғи үлсәм буйынса бәйләнә, улар еңел һәм йөндән булырға тейеш. Иләнгән йөндө үҙ аҡсама һатып алам, бер йомғаҡтан биш пар ойоҡбаш килеп сыға, шулай уҡ ҡайһы берҙә башҡа оҫтабикәләр өсөн клубҡа йомғаҡтар ебәрәм, – тип һөйләй ҡатын. – Клубта комплект-тар йыйыла: ойоҡбаш, башлыҡ, жилет, плед һәм уйынсыҡ-комфортер. Бында һәр деталь мөһим, сөнки эшебеҙҙең бөтә әһәмиәте – етлекмәй тыуған баланы дауалау эффектында. Саф йөндән бәйләнгән материал, бер аҙ тирене сәнсеп, нервы остарын ҡуҙғытып ебәрә. Һөҙөмтәлә сабый ныҡ тәрән йоҡоға китмәй һәм тейешенсә тын ала. Ә биҙәкле спираль менән уйынсыҡтар әсә кендегенә оҡшатып эшләнгән – бала уны усында ҡыҫҡанда тыныслана һәм медицина көпшәләрен тартмай. Хатта пледтар ҙа бәләкәй бармаҡтар үтеп сыҡмаһын өсөн тишектәрһеҙ айырым бер рәүештә бәйләнә.
Наталья Александровнаның бөтә эштәре, башҡа “феяларҙың” хеҙмәттәре кеүек, перинаталь үҙәктәрҙә үҙҙәренең бәләкәй хужаларын табыу өсөн Өфөләге “28 элмәк” хәрәкәтенең координаторына ебәрелә.
Оҫтабикәләрҙең тырышлығы менән уҙған йылда ғына кескәйҙәр өсөн 314 тулы комплект тапшырыла: 500 пар ойоҡбаш, 95 келәм, 202 дауалау уйынсығы – бөтәһе 2367 изделие. Бының өсөн 100 килограмға яҡын йөн еп кәрәк булған, уның күпселек өлөшөн битараф булмаған кешеләр йыйырға ярҙам итә.
Изге эшкә һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн 8-963-133-17-38 телефон һандары буйынса координатор Ольга Мусинаға мөрәжәғәт итеп, бәйләм бәйләүселәр сафына ҡушылырға кәрәк, йәиһә саф йөндән әҙер епте, йөндө оҫтабикәләргә тапшырырға була. Уларҙан “Балаҡатай феялары” клубы ирекмәндәре сабыйҙар өсөн әйберҙәр бәйләйәсәк.
Клубтың эшмәкәрлеге менән күберәк танышыу өсөн QR-кодты сканер аша үткәрегеҙ:
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.