Ул – яугир-десантсыларҙы берләштерә һәм йәштәр араһында патриотик тәрбиә үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ойошмаға 40-тан ашыу запас-тағы хәрби инә. Уларҙың күбеһе Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Шулай уҡ ҡайһы берҙәре хәҙер МХО-ла. Хәрби туғанлыҡты яҡлап, ойошма 9 майға арналған байрам парадында, митингыла һәм башҡа сараларҙа ҡатнаша. Ойошманы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Даян Фәтихов етәкләй.
Күптән түгел “Ыласын” балалар лагеры булдырыу ниәте тураһында иғлан итте, унда балаларҙа үҙ иле өсөн ғорурлыҡ һәм уның тарихына хөрмәт тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән төрлө саралар үткәреләсәк.
– Яңы балалар лагерында әүҙем һәм ҡыҙыҡлы ял итеү өсөн бөтә кәрәкле нәмә ҡуйыласаҡ. Унда палаткалар өсөн уңайлы урындар, заманса уйын комплекстары, йәш тикшеренеүселәр өсөн зона, разведка өсөн махсус майҙансыҡ, мини-футбол майҙаны һәм сыҙамлыҡ үҫтерергә ярҙам итәсәк ҡаршылыҡтар һыҙаты буласаҡ, – тип хәбәр итте Даян Ғабдулла улы.
Был проекттың төп маҡсаты – йәш патриоттарҙы тәрбиәләү һәм балаларҙы һәр яҡлап үҫтереү.
Луиза ЗАКИРОВА әҙерләне.