Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
19 Июнь 2023, 09:15

Берлектәге тырышлыҡ менән мәсетте йәнләндерәйек

Мәсеттәр – Аллаһ Тәғәләнең ер өҫтөндә булған йорттары. Кем Аллаһты һөйә, ул Уның мәсеттәрен дә һөйә. Мәсет бит уның Һөйөклөһөнөң йорто. Шуға күрә, ул нисек тә булһа күберәк ваҡытын яратҡан Раббыһының йортонда үткәрергә тырыша, Ер өҫтөндә ҡоролған һәр мәсет Аллаһ Тәғәләгә ҡәҙерле.

Берлектәге тырышлыҡ менән мәсетте йәнләндерәйек
Берлектәге тырышлыҡ менән мәсетте йәнләндерәйек

Аллаһ йортон һалырға ярҙам итеү – ул үҙеңә йәннәттә өй һалыу. Шуға ла был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайынса, һәр кем күпме булһа ла өлөш индерергә тырышһын ине.
Аллаһы Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә әйтә: "Аллаһтың мәсеттәрен Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә иман килтергән һәм намаҙҙарын ваҡытында уҡып зәкәттәрен биргән, һис кемдән ҡурҡмайынса Аллаһынан ғына ҡурҡҡан кешеләр төҙөй ала. Мәсеттәрҙе һәр яҡлап төҙөкләндереү эштәрен эшләгән кешеләрҙең һиҙәйәттә булыуҙары өмөтлө".
Беҙҙең ҡәҙерле ата-бабаларыбыҙ, мәсеттәрҙең абруйын, дәрәжәһен белеп, уларҙы төҙөү өсөн ярҙам итергә ашыҡҡандар, барлыҡ кәрәкле милекте Вакф сифатында (халыҡ милке, байлығы итеп) биргәндәр.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 16 июндә 24-се һанында уҡығыҙ.

Автор: