Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
15 Май 2023, 15:30

Ерҙә изге күңелле кешеләр булыуы – оло ҡыуаныс

Район гәзите редакцияһына Оло Ҡыҙылбай ауылынан Гөлшаһиҙә Хөснуллина һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торған күршеләре хаҡында яҙыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Ерҙә изге күңелле кешеләр булыуы – оло ҡыуаныс
Ерҙә изге күңелле кешеләр булыуы – оло ҡыуаныс

Гөлшаһиҙә Червоновнаның тормош юлы еңелдән булмай, әммә уға Зөләйха һәм Фаяз Ғәлимовтар кеүек изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр менән йәнәш йәшәү бәхете тейә. Барыһы тураһында эҙмә-эҙлекле һөйләп үтәйек.
Ул Силәбе өлкәһе Красноармейск районы Яҡуп ауылында тыуған. Уҡыған йылдарында Оло Ҡыҙылбай ауылы егете Рәфит Әфризун улы менән осраша.
– Танышҡандан һуң ул һәр ваҡыт янымда булды. Матур итеп дуҫлашып йөрөнөк: мине һәр ваҡыт һыйланы, сәскәләр бүләк итте, – тип айырыуса йылылыҡ менән иҫенә төшөрә Гөлшаһиҙә Червоновна. – Башта Силәбе ҡалаһында йәшәнек, һуңынан иремдең ата-әсәһен ҡарау өсөн Оло Ҡыҙылбай ауылына күстек. Мин – шәфҡәт туташы, тормош иптәшем иретеп йәбештереүсе булып эшләне.
Хөснуллиндар ике бала тәрбиәләгән, бөгөн улы Украинала махсус хәрби операция зонаһында, ә ҡыҙы, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, ата-әсәһе менән йәшәй.
16 йыл элек был ғаилә бәхетһеҙлеккә тарый: бесән сапҡанда Рәфит Әфризун улының хәле насарая. Ғаилә башлығын фалиж һуға һәм ул инвалид булып ҡала. Ваҡыт уҙыу менән медицина күрһәтмәһе буйынса уның аяғын киҫәләр. Шул ваҡыттан алып көслө рухлы ҡатын ирен тәрбиәләй, инвалид кресло-коляскаһына күтәреп ултыртып йөрөтә. Былтыр Хөснуллиндар ғаиләһе алтын туйҙарын билдәләгән.
– Белем буйынса шәфҡәт туташы булғанға күрә, уколдарҙы үҙем ҡуям һәм яҡындарымды дауалайым, – тип һөйләй Гөлшаһиҙә Хөснуллина. – Яңыраҡ ҡыҙымдың өйәнәге сыҡты, һәм мин уға ашығыс ярҙам саҡырттым. Үҙем оҙатып дауаханаға киттем. Күршеләрем Зөләйха Ғаббат ҡыҙы менән Фаяз Фазыл улына шылтыратып, хәлде аңлатып бирҙем. Беҙ ҡыҙым менән дауаханала ятҡанда улар көн һайын өйөбөҙгә килеп, иремә ашарға бешерҙе, гигиена процедураларын үткәрергә ярҙам итте. Ғәлимовтар менән 38 йыл күрше булып йәшәйбеҙ. Улар беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итә. Элек, һыйыр, һарыҡ малын тотҡанда, ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләштеләр, шулай уҡ картуф ултыртырға ярҙам иттеләр. Ҡыҙыбыҙҙың һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, беҙ уны дауалау өсөн, йыш ҡына төрлө илдәр һәм ҡалалар буйлап йөрөнөк. Ғәлимовтар ғаиләһе һәр саҡ ярҙамға килде. Зөләйха Ғаббат ҡыҙы элек – лаборант, ә Фаяз Фазыл улы механизатор булып эшләне. Әле икеһе лә хаҡлы ялда. Шундай ихлас, изге күңелле күршеләр бүләк иткән өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.
Районда башҡаларҙың тормошона битараф булмаған яҡшы кешеләрҙең йәшәүе ҡыуаныслы. Улар бының өсөн бер ниндәй хаҡ һорамай, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.

Автор: