Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
14 Март 2023, 12:00

Яугирҙарыбыҙ ярҙамды тойһон

Район Мәҙәниәт һарайында “Ышаныслы тыл” хәрби туғанлыҡ ойошмаһы волонтерҙар штабы тарафынан ойошторолған хәйриә концерты уҙҙы.

Яугирҙарыбыҙ ярҙамды тойһон
Яугирҙарыбыҙ ярҙамды тойһон

Илебеҙҙең төрлө ҡалаларынан һәм Башҡортостан райондарынан килгән автор-башҡарыусылар егеттәребеҙҙе хуплап сығыш яһаны. Улар: Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Сәғит Яҡупов “Идет война священная” йыры менән; Мәскәү ҡалаһынан Рәсәйҙең халыҡ артисы, Донбасс ҡалаһында концерт менән йөрөп сыҡҡан Георгий Лысенко; “Затвор” төркөмөнә нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе, сик һаҡсыһы, Афғанстан һуғышында ҡатнашыусы, Пермдән милиция подполковнигы Алексей Ефимов; офицер ҡыҙы Виктория Пивоварцева (Стәрлетамаҡ); “Рәсәй һалдаттары” мәҙәни үҙәген ойоштороусы һәм етәксеһе, Афғанстандағы һуғышта ҡатнашыусы Евгений Бунтов (Екатеринбург); Стәрлетамаҡ ҡалаһынан дуэт – аталы-ҡыҙлы Александр һәм Василиса Макаровтар; Малаяҙ ауылынан “Юлдаш” халыҡ вокаль-инструменталь төркөмө солисы Адик Шәйәхмәтов.
Тамаша залы тулы булды. Кесеһенән алып өлкәненә тиклем килгән концертҡа, бер кем дә битараф ҡалманы. Концертта ҡатнашыу-сыларҙы алҡышлап ҡаршы алдылар. Патриотик йырҙар-ҙың күбеһен тамашасылар аяғүрә баҫып, күптәре күҙ йәштәре аша тыңланы.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 10 мартының  10ы һанында уҡығыҙ.

Автор: