Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
21 Декабрь 2022, 12:30

Геройҙар юлынан, атайҙар юлынан

Мәсетле районында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә, мобилизацияланғандарға, ирекмәндәргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған саралар дауам итә.

Геройҙар юлынан, атайҙар юлынан
Геройҙар юлынан, атайҙар юлынан

Оло Ыҡтамаҡ, Яңы Мишәр, Теләш, Ләмәҙтамаҡ ауылдарында “Беҙ бергә” хәйриә концерттары уҙҙы. Ул Ватан Геройҙары көнөнә бағышланды.
Теләш ауылында концертты Теләш мәктәбе уҡытыусылары, күп функциялы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре, район Мәҙәниәт һарайы артистары ойошторҙо. Концерт ярҙамында 11000 һум аҡса йыйылды.
– Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған яҡташтарыбыҙ, ирекмәндәр махсус операцияла бурыстарын үтәй. Беҙ уларға ышанабыҙ, улар менән ғорурланабыҙ һәм ярҙам итергә тырышабыҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша ауыл халҡы. – Улар илебеҙ киләсәге һағына баҫты. Егеттәребеҙҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Улдарыбыҙ беҙҙең ярҙамды һәм теләктәрҙе тойор тип ышанабыҙ.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 16 декабрҙә 50-се һанында уҡығыҙ.

Автор: