Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
7 Ноябрь 2022, 09:55

Алтын ҡулдар

Бала тәрбиәләү – еңел эш түгел, бында барыһы ла – ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар, шулай уҡ балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә ҡатнаша. Бала баҡсаға йөрөгән ваҡытта ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр йыш ҡына яҡын аралаша. Күп ата-әсәләр төркөмдө, балалар баҡсаһын төҙөкләндереүгә ҡулдан килгәнсә өлөш индерә.

Алтын ҡулдар
Алтын ҡулдар

Әләгәҙ ауылындағы “Шишмәкәй” балалар баҡсаһына кесе ҡыҙын йөрөткән Айбулат Ярмушев мәктәпкәсә учреждение биләмәһен яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә, ваҡыты-ваҡыты менән мебель ремонтлауҙа ярҙам итә, балаларға уйындар өсөн ҡурсаҡ мебеле эшләй.
Ярмушевтарҙың дүрт балаһы бар, улдары ла ошо балалар баҡсаһына йөрөгән. Йылдар дауамында ата-әсә балалар баҡсаһына ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә.
Быйыл ғаилә башлығы үҙ ҡулдары менән уйын майҙансығында ағас паровоз эшләгән, унда сабыйҙар яратып уйнай, “техника” буш тормай. Паровоз балалар баҡсаһының сағыу һәм үҙенсәлекле биҙәгенә әйләнде.
– Ярмушевтың ярҙамы – башҡа ата-әсәләр өсөн өлгө, – тиҙәр уның хаҡында балалар баҡсаһы коллективында.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Айбулат ағастан уйынсыҡтар эшләүҙән тыш, биҙәкле тәҙрә йөҙлөктәре, декоратив картиналар, өҫтәл, аш-һыу кәрәк-яраҡтары, бал ҡорттары өсөн умарталар, сәскә көршәктәре өсөн ҡулайламалар яһау менән дә шөғөлләнә.
Беҙҙең хәбәрсе.

Автор:Лариса Михалькова