Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
28 Октябрь 2022, 14:35

Беҙ бергә! Беҙ – Рәсәй!

Мәсетле районынан мобилизацияланғандарға хәйриә ярҙамы күрһәтеү маҡсатында шундай исем аҫтында концерт уҙҙы. Район Мәҙәниәт һарайы артистары, ижади коллективтар ҡатнашлығындағы сараны Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының баш-ҡарма комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы рустары соборының урындағы бүлексәһе ойошторҙо.

Беҙ бергә! Беҙ – Рәсәй!
Беҙ бергә! Беҙ – Рәсәй!

Район Мәҙәниәт һарайының тамашалар залы тулы ине тиерлек.
– Бөгөн хәрби хәрәкәт зонаһында һәм хәрби көйләү урындарында булған Мәсетле егеттәре – ысын геройҙар! Беҙҙең бурыс – уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү, яугирҙар кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин ителһен өсөн барыһын да эшләү. Быларҙың барыһы ла беҙҙең район халҡы, эшҡыуарҙар берләшмәһе ярҙамынан тыш мөмкин булмаҫ ине, – тине үҙ сығышында Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм дөйөм эшкә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө өсөн һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.
Алып барыусылар Лариса Худякова менән Марат Әхмәтшин, концертты асып, рәсәйҙәрҙең үҙҙәренекен ташламауҙары хаҡында әйтте. Ауыр минуттарҙа Башҡортостан һәр саҡ үҙ иле менән булды. Мәсетлеләр ҙә ситтә ҡалманы. Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына нигеҙ һалыусы Сабир Ваһапов, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов, “Бейек татр” партизандар отряды командиры Вафа Әхмәҙуллиндың батырлыҡтары һәр ҡайһыбыҙға ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ, тыуған илгә тоғролоҡ һәм үҙ халҡыңа һөйөү өлгөһө буласаҡ.
Үкенескә күрә, һуғыш юғалтыуһыҙ булмай. Тамашасылар махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар Вадим Мөхәмәтов менән Илдар Фәйрузовты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Тамашасылар алдында солистар, ижади коллективтар патриотик йырҙар менән сығыш яһаны.
Автор Сәғит Яҡупов башҡарыуында “Идет священная война” йыры күптәрҙе тетрәндерҙе.
А мы войну не начинали,
Но видит Бог, настал предел.
Мы на защиту братьев встали,
Закончить этот беспредел.
Покончить с этою войною
Никто не сможет кроме нас.
Чтоб с нашей помощью весною
Победу праздновал Донбасс.
Россия братьев не бросает,
Своих Россия не сдает,
За нами – Правда, Русь святая,
За нами – Правда, с нами Бог!
И вот Россия – память свято
Хранит великая страна,
Как в 41-45-ом идет Священная война.
Луиза Закирова, Энгельс Ғәлиәкбәров, Рәғиҙә Сәхәүетдинова, Валентина Сизова, Руслан Бәҙретдинов, Илнур Хизбуллин, “Ҡайт-ауаз” ирҙәр вокаль ансамбле, “Минең менән йырла” студияһы, “Елань” һәм “Рябинушка” рус йырҙары халыҡ ансамблдәре башҡарған йырҙар, шулай уҡ Евгений Ладилов менән Юрий Дегтяревтың “Ҡараңғы төн” дуэты тәьҫирле булды. Йырсыларҙың көслө тауыштары, тәрән мәғәнәле йырҙары күңелгә үтеп инде, күптәр ҡушылып йырланы.
“Башаҡҡай” балалар баҡсаһы, Балалар сәнғәт мәктәбе, “Александр Невский” хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре, “Әй” халыҡ бейеү ансамбле бейеүҙәр менән сығыш яһаны.
Хәйриә концертын ойоштороусылар яҡташ хәрбиҙәргә ярҙам йөҙөнән концертҡа килеүселәрҙең барыһына ла оло рәхмәтен белдерә. Билет һатыуҙан алынған 36800 һум аҡса илебеҙ именлеге һағына баҫҡан һалдаттарға ярҙамға китәсәк.
Эльвира РАМАЗАНОВА.

Беҙ бергә! Беҙ – Рәсәй!
Беҙ бергә! Беҙ – Рәсәй!
Беҙ бергә! Беҙ – Рәсәй!
Беҙ бергә! Беҙ – Рәсәй!
Автор:Лариса Михалькова