Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
24 Октябрь 2022, 09:10

Күңел йылыһы менән уртаҡлашалар

Хәҙерге ҡатмарлы заманда йөҙәрләгән мең кеше өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған ирҙәргә ярҙам итер өсөн берләшә. Кемдер ойоҡбаш бәйләй, икенселәр аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар йыя, берәүҙәр кейем тегә.

Күңел йылыһы менән уртаҡлашалар
Күңел йылыһы менән уртаҡлашалар

Яңы Яуыш ауылынан “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзалары ла был изге эштән ситтә ҡалманы: улар мобилизацияланған егеттәргә йөн ойоҡбаштар бәйләй. Әңгәмәнән асыҡланыуынса, ҡул эштәре менән булыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар йә бер өйҙә, йә икенсеһендә йыйыла. Был юлы улар Нурия Сөләймәнованың өйөндә осрашты. Был өйҙә беҙҙе лә бик йылы ҡаршы алдылар. Уның йорто музей кеүек: бөтә ерҙә сигелгән мендәр һәм таҫтамалдар, салфетка һәм башҡа әйберҙәр тирә-яҡты йәмләй.
Оҫтабикәләр – ауылдаштар ғына түгел, ә халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлаған, үҫтергән һәм үҫеп килгән быуынға еткергән өсөн “халыҡ ансамбле” исеменә лайыҡ булған “Үрнәк” коллективы ағзалары ла. Улар ауылда әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара: төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, үҙҙәре өсөн ял ойоштора, бер ҡасан да эшһеҙ ултырмай.
– Тормош иптәштәребеҙ, улдарыбыҙ, ейәндәребеҙ Тыу-ған илде һаҡлағанда, беҙ ситтә ҡала алмайбыҙ. Уларға тәү сиратта кәрәк булғандың барыһын да йыябыҙ. 25 парҙан торған йөн ойоҡ, бирсәткә, йылы кофта, сәй менән посылка ебәрҙек, – тип һөйләй берекмә рәйесе Тәнзилә Ғәйнетдинова.
Тәнзилә инәй – ҡатнашыусыларҙың иң олоһо. Уға 75 йәш, әммә был әүҙем һәм дәртле апайға ҡарап, һис кенә лә оло тип әйтеп булмай. Алтын ҡуллы, әүҙем гражданлыҡ позицияһына эйә башҡа оҫтабикәләр, уның ҡул аҫтында ойошоп, изге эштәр башҡара.
Әле ҡатын-ҡыҙҙар икенсе посылка йыя. Үҙҙәре йөн эрләп, йылы ойоҡ бәйләй.
– Егеттәребеҙ уларҙы һәр саҡ яратып көткән ныҡлы, ышаныслы ғаиләләре бар икәнлеген тойһон өсөн хәҙер беҙгә берләшеү, бөтә көсөбөҙҙө, күңел йылыһын һалып эшләү мөһим, – ти берекмә ағзалары.
Беҙҙең осрашыу өҫтәл артында тамамланды. Бөтә һый-ниғмәтте – бәлеш, бауырһаҡ, ҡаҡ, ҡоймаҡты – улар үҙҙәре әҙерләгән. Шунан һуң яуға киткән ир-егеттәр һаулығына доға уҡылды, барыһына ла тыныс күк йөҙө теләп, изге теләктәр яңғыраны.
Айлина ШАЙМОРАТОВА.

Автор:Лариса Михалькова