Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
27 Август 2020, 18:05

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәләр

Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Ғаилә” республика ресурс үҙәге, БР Матбуғат агентлығы “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” республика хәйриә акцияһын уҙғара. Быйыл ул иҫәп буйынса унынсы тапҡыр ойошторола.

Акцияның маҡсаты – мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү, шулай уҡ, уҡыу һәм тәрбиә биреү проблемаларына битараф ҡалмаҫ өсөн был сараға эшҡыуар вәкилдәрен, йәмәғәтселекте, киң мәғлүмәт сараларын ылыҡтырыу. Мәктәп кәрәк-яраҡтарын ҡабул итеү район-ара “Ғаилә” үҙәктәрендә тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә Мәсетле районындағы “Ғаилә” хеҙмәте йыйылған канцелярия әйберҙәрен, кейем-һалым, аяҡ кейеме һәм сумкалар таратты. Уларҙы йыйыуҙа ҙур ярҙамды район хакимиәте, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе, Рәсәй Пенсия фондының Мәсетле районы идаралығы, “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы, райондың милек менән идара итеү комитеты, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте, “Һеҙҙең стиль”, “Ҡыҙыҡ хаҡтар”, “Планета”(ШЭ Раджабов М. М., етәксеһе – Бозоров С. О.) һәм район халҡы күрһәтте.
Шәхси эшҡыуар Закире Зоиров (“МегаПланета” магазины) ун ғаиләгә икешәр мең һумлыҡ тауар һайлап алыу мөмкинлеген бирҙе (һүрәттә). “Седьмое небо” магазины ике ғаиләгә ярҙам итте: уларҙың һәр береһе 2500 һумлыҡ әйбер һайлап алды. Мәсетле районы суд приставтары бүлеге хеҙмәткәрҙәре дүрт канцелярия тауарҙары йыйылмаһын тапшырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға мәктәпкә йыйынырға ярҙам итеп, изге эштәр башҡарырға өлгөрөгөҙ. Бының өсөн канцелярия тауарҙарын, дәфтәрҙәр, ижад өсөн йыйылмалар (яңы килеш ҡабул ителә), портфелдәр, мәктәп формаһы, нәфис әҙәбиәт һәм дәреслек-тәрҙе (яңы йәки яҡшы торошта) Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 һанлы йортҡа (тел. 2-02-73) алып килергә кәрәк.