Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
10 Июль 2020, 19:00

Балаларға ярҙам

Башҡортостан Республикаһының Халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәт министрлығы 31 авгусҡа тиклем “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһын уҙғара.

Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һыҙыу, һүрәт төшөрөү, балалар ижады өсөн кәрәк-яраҡ тауарҙар, дәфтәрҙәр, хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш ҡабул ителә.
Портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр һәм әҙәби китаптарҙың яңы, йәиһә яҡшы торошта булыуы яҡшы.
Мәсетле районының Ғаилә үҙәге хеҙмәте етәксеһе әйтеүе буйынса, 2019 йылда акция барышында райондағы 99 балаға 69 мең һум аҡса йыйылып, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге, күп балалы, тулы булмаған ғаиләлә йәшәгән, һаулығы буйынса мөмкинселектәре сикләнгән балаларға ярҙам ителде. Мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыуҙа шәхси эшҡыуар “Зоиров З. Н.”, “Минең стиль” магазины, ойошма хеҙмәткәрҙәре, район халҡы ҙур ярҙам итте.
6 июлдә Башҡортостан Республикаһында ғаилә аҙналығы акцияһы нигеҙендә “Изгелек ғаилә бумерангы” тип исемләнгән тағы ла бер акция старт алды. Ул 31 июлгә тиклем ҡаралған.
Акцияның бурысы – балалар әйберҙәре: балалар өсөн мебель, балалар коляскаһы, сана, велосипед, һикерткестәр, йөрөгөстәр, баланы ашатыу өсөн махсус өҫтәл, балалар өсөн әйберҙәрҙе стерилләү өсөн аппараттар, термик эшкәртеүгә яраҡлы әйберҙәр йыйыу.
Тәү сиратта, йыйылған барлыҡ әйберҙәр ике һәм өс балалы ғаиләләргә таратыласаҡ, күберәк йыйылған осраҡта, мохтаж булып иҫәпләнгән ғаиләләргә тапшырыласаҡ.
Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы, беҙ һеҙҙе был акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ. Балалар өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм балалар әйберҙәрен Мәсетле районының ғаилә хеҙмәте базаһына түбәндәге адрес буйынса килтерергә мөмкин: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20, 12-се бүлмә (инеү район хакимиәте бинаһы аша). тел. 8 (34770) 2-02-73.
Һүрәттә: Мәсетле халҡы “Изгелек ғаилә бумерангы” акцияһына ҡушылды ла инде.