Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
30 Апрель 2020, 14:00

Яҡшылыҡ ҡылайыҡ

Әлеге уҡыусылар белемде дистанцион рәүештә алырға мәжбүр булған ваҡытта, күп ғаиләләрҙә, нигеҙҙә, аҙ тәьмин ителгәндәрендә балаларҙың персональ планшеттары йәки компьютерҙары булмау проблемаһы килеп тыуҙы.

Шуның менән бәйле “Берҙәм Рәсәй” партияһы Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы менән берлектә дистанцион уҡырға мәжбүр уҡыу-сыларға ярҙам итеү буйынса “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” программаһы әҙерләне. Ул интернет селтәренә тоташыу, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән булған уҡыусылар өсөн кәрәкле электрон ҡорамалдарҙы һатып алыу буйынса оператив һәм адреслы ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Мәсетле районы әлеге программаны ғәмәлгә ашырыуға әүҙем ҡушылды. Бағыусылыҡ ярҙамы рәүешендәге тәүге техниканы район мәғариф бүлеге бирҙе. Партияның урындағы бүлексәһе секретары Альберт Сәғҙәтов, башҡарма секретары Зилә Рәхимҡолова, партия яҡлыларҙың урындағы советы рәйесе Гүзәлиә Әхмәтйәнова Әләгәҙ мәктәбе уҡыусыһы Екатерина Лупандинаға ноутбук тапшырҙы. Ул – Оло Ҡыҙылбай ауылынан Рида һәм Зиларис Абдуллиндарҙың ғаиләһендә бишенсе бала, ҡарауға алынған, 11-се класта уҡый.
“Өйҙә уҡырға ярҙам ит” акцияһы дауам итә. Уға һәр кем ҡушыла ала: әле тик торған эш техникаһын (ноутбуктар, планшеттар, смартфондар, роутерҙар һәм баш-ҡалар) Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 адресы буйынса килтерегеҙ. Ул мохтажлыҡ кисергән уҡыусыларға тапшырыласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте шулай уҡ 8-919-146-64-81 һандары буйынса алырға мөмкин (“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары), 8-982-644-41-32, 2-02-92 (ҡабул ителеүсе техниканың характеристика ярашлылығы өсөн яуаплы белгес).
Беҙҙең хәбәрсе.