Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
15 Август 2019, 18:45

Мәктәпкә ҡыуаныс менән!

1 июлдән 31 авгусҡа тиклем Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика хәйриә акцияһының туғыҙынсыһы үтә.

Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Ғаилә” үҙәктәре, Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, “Һөйөү менән” хәйриә фонды, “Рәсәй студенттар отряды” Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарҙар ассоциацияһы.

Балаларға ярҙам итергә теләүселәр канцелярия тауарҙары, яҙыу һәм рәсем өсөн кәрәк-яраҡтар, дәфтәрҙәр, балалар ижады йыйылмалары (яңы), портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт килтерә ала. Йыйылған мәктәп кәрәк-яраҡтары август һуңында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙән, ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға тапшырыласаҡ.

Мәсетле районы был изге эштән ситтә ҡалмай. Район халҡын, предприятиеларҙы, ойошмаларҙы һәм йәмәғәт ойошмаларын акцияла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Хәйриә ярҙамы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 адресы буйынса 12-се бүлмәлә ҡабул ителә (район-ара төньяҡ-көнсығыш “Ғаилә” үҙәгенең Мәсетле районындағы бүлексәһе). Белешмәләр өсөн телефон 8 (34770) 2-02-73.