Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
24 Апрель 2019, 16:03

Йыйыу тамамланды!

Әйләнә-тирә донъяла яҡшылыҡтар күп, һәм был хәҡиҡәтте изге ғәмәлдәр менән иҫбатларға һәр ҡайһыбыҙҙың ҡулынан килә. Изге эштәр күренмәйенсә ҡалмай – ярҙам көткән кешеләргә улар маяҡ булып яҡтырта.

Февралдә “Ҡарағай” шифаханаһынан Әжекәй ауылы яғына сыҡҡан урында Оло Ыҡтамаҡ – Екатеринбург трассаһында намаҙ уҡыу бүлмәһе өсөн 24 кв. м майҙанлы бина һатып алыуға аҡса йыйыу иғлан ителгәйне. Райондың имам-мөхтәсибе һәм проект өсөн яуаплы Азамат Вәлиев мәғлүмәттәре буйынса, кәрәкле сумма йыйылған һәм аҡса йыйыу буйынса иҫәп ябылған.

– Проектҡа ярҙам итеү өсөн хәленән килгәнсә өлөш индереүселәрҙең барыһына ла оло рәхмәт белдерәбеҙ. Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәҙистәренә ярашлы, был донъяла кеше тарафынан ҡылын-ған һәр изге ғәмәл мәңгелек әхирәттә уға күп тапҡыр әйләнеп ҡайтасаҡ, – ти Азамат хәҙрәт.