Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
19 Март 2019, 14:07

Юлға изге доғалар менән

Районда Оло Ыҡтамаҡ-Екатеринбург трассаһында “Ҡарағай” шифаханаһынан Әжекәй ауылы яғына сыҡҡан урында 24 кв. метр майҙанлы бинаны ғибәҙәт бүлмәһе (мәсет) итеп үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла. Ул ошо юлдан үтеп йөрөүсе водителдәргә һәм пассажирҙарға хеҙмәт итәсәк.

Ғибәҙәтхана урынлашҡан урын уңайлы: эргәһендә йөк машиналары һәм еңел автомобилдәр өсөн туҡталыу урыны, ашау һәм ял итеү өсөн кафеһы бар. Ғибәҙәтхана асылғандан һуң унда юлсыларға доғалар уҡырға мөмкин буласаҡ.

Бинаны һатып алыу өсөн февраль һуңында аҡса йыйыу иғлан ителде. 381 мең һум йыйырға ҡалған.

Хөрмәтле мәсетлеләр! Ҡәҙерле мосолмандар!

Теләктәре булған һәр кемде изге эштә ҡатнашырға һәм хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итергә саҡырабыҙ. Мөхәммәт пәйғәмбәр әйткән: "Ағуна ояһы ҙурлығында ғына булһа ла мәсет төҙөгән кешегә Аллаһы тәғәлә Ожмахта өй төҙөр”.

Аҡса күсереү өсөн Һаҡлыҡ банкы картаһы номеры: 4276 0600 7563 9446 (8-962-546-34-09 телефонына бәйләнгән ). Карта хужаһының исеме – Әлфиә Азамат ҡыҙы.

Район имам-мөхтәсибе, проект һәм аҡса йыйыу өсөн яуаплы Азамат ВӘЛИЕВ (тел. 8-963-144-82-42).