Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
15 Март 2019, 13:03

Мәсетлеләр принцессалар балында

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында беренсе тапҡыр “Бәләкәй принцессалар балы” булды

Был һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре өсөн шәфҡәтлелек сараһын республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының ҡатыны Каринэ Хәбирова ойош-торҙо.

Байрамға барлығы 287 принцесса килгән. Беҙҙең райондан балға Ҡотош ауылынан Линиза Ғәлләмова, Кесе Ыҡтамаҡтан Эльза Моратова, Оло Ыҡтамаҡтан Иҙелиә Йосопова һәм улар-ҙың әсәләре саҡырылғайны.

Мәсетлеләр, шулай уҡ республиканың алыҫ ҡалалары һәм райондарынан 138 бала төп сара башланырҙан алда барғайны. Уларҙы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына урынлаштырҙылар. Бында ҡыҙсыҡтар өсөн теле- майҙансыҡтар, фотозоналар, рәссамдар, рәсем төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, тула (кейеҙ) баҫыу, свит-дизайн, интерактив мини-спектакль, аттарҙа һәм эттәрҙә йөрөүҙе үҙ эсенә алған күңел асыу программаһы ойошторолғайны.

8 мартта театрҙа ҡыҙҙарҙы тәүҙә принцессаға ҡабул иттеләр – таждар кейҙерҙеләр һәм бутоньеркалар бәйләнеләр. Һуңынан бәләкәс һылыуҡайҙарға прическалар яһанылар һәм аквагрим һалдылар.

Балдың бейеү өлөшө Грек залында үтте. Ҡыҙҙар менән буласаҡ балет бейеүселәре – Баш-ҡорт хореография училищеһы уҡыусылары бейене. Уларға танылған опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов йырланы. Театр сәхнәһендә бәләкәй принцессалар һәм уларҙың әсәләрен Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡотланы. “Голос” шоуы финалисткаһы Рушана Вәлиеваның сығышы тамашасылар өсөн тағы ла бер бүләк булды. Һуңынан ысын мәғәнәһендә әкиәт башланды – принцессаларға “Морозко” спектаклен күрһәттеләр. Унда ролдәрҙе балеттың яңы башлаусы артис-тары, хореография училищеһы студенттары башҡарҙы. Балдан һуң һәр бәләкәй ҡатнашыусыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Юлиә ЙӘҺҮҘИНА

әҙерләне.