Мәсетле тормошо
+15 °С
Облачно
Хәтер
11 Июня , 05:25

Геройҙар тураһында хәтер мәңгеләштерелде

Әбдрәхим ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә стела асыу тантанаһы уҙҙы.

Геройҙар тураһында хәтер мәңгеләштерелдеГеройҙар тураһында хәтер мәңгеләштерелде
Геройҙар тураһында хәтер мәңгеләштерелде

Элек был урында фронтовиктарҙың исемдәре яҙылған плиткалар торған, стела профилле торбаларға беркетелгән. “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сажиҙә Фәйзрахманова был урынды төҙөкләндереү инициативаһы менән сығыш яһаны, тәҡдиме ауылдаштары араһында хуплау тапты.
Был идеяны тормошҡа ашырырға оҫта Фәрдиән Ғәүнетдинов ярҙам итте: ул стеланың проектын эшләй. Ауыл халҡы һәм ситтә йәшәүсе әбдрәхимдәр был ниәтте тормош-ҡа ашырыуға әүҙем ҡушыла, берлектәге тырышлыҡ менән 149 мең һум аҡса йыйыла.
Яңыртылған стела мөһабәт ҡоролманан ғибәрәт: йөҙләү кирбесенән эшләнгән мемориаль стена мәрмәр плиткаларҙан һалынған постаментҡа ҡуйылған. Стенала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 80 кешенең исеме уйып яҙылған. Һәр исем яҡташтар-ҙың батырлығы тураһында һөйләй. Стелаға юл плитка менән түшәлгән һәм хәҙер ул күпкә тантаналы, матур күренә.
Стеланы асыу тантанаһында Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Йонос ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, ауыл халҡы ҡатнашты.
Әнис Ҡасим улы йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, стеланы яңыртыуға һәм төҙөкләндереүгә көс һалған һәр кемгә тәрән рәхмәтен белдерҙе. Ул Ватан азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн ҡан ҡойошло һуғышта һәләк булған яугирҙар тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтен билдәләп уҙҙы.
– Ейәндәр һәм бүләләр был обелискыла уйып яҙылған исемдәрҙе белергә һәм иҫтә тоторға тейеш, – тине Әнис Әсәҙуллин, быуындар бәйләнешен һәм тыныс күкте һаҡлаусылар алдындағы бурысты һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Стеланы яңыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн Фәрдиән Ғәүнетдиновҡа, Раян Фәйзрахмановҡа, Рауфан Фәтҡуллинға, Рифат Хисмәтуллинға, Данир Ғәҙелшинға, Илфат Таһировҡа һәм Илдус Фәтҡуллинға Мәсетле районы хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.
Рәүеф Ниғмәтуллин да ошондай объекттарҙың мөһимлеген билдәләне һәм обелиск төҙөү эшендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн Сажиҙә Фәйзрахманованы, Гөлфиә Фәт-ҡуллинаны һәм Фидаил Зиннуровты рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина Наил һәм Фаил Зиннәтуллиндарға, Илгиз Мофазаловҡа һуғыш геройҙары тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү эшенә өлөш индергән өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сажиҙә Фәйзрахманова тыл хеҙмәтсәндәре тураһында ла онотмаҫҡа саҡырҙы. Сараға йыйылған ауылдаштар араһында тыл хеҙмәтсәне Маһира апай бар ине. Тыуған көнөн байрам иткән ағинәйҙе Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы Мәсетле районы ветерандар советы исеменән ҡотланы һәм бүләк тапшырҙы.
Стеланы асыу хөрмәте Фәрдиән Ғәүнетдинов менән Рифат Хисмәтуллинға бирелде. Бер минут тынлыҡтан һуң, Ватанын яҡлаған яҡташтар иҫтәлегенә обелискыға сәскәләр һалынды.
Әбдрәхимдәге был әһәмиәтле сара тыныслыҡ хаҡына яуҙа башын һалған ауылдаштарға, совет халҡының батырлығына хөрмәт күрһәтеү булды. Яңыртылған стела геройҙарҙың исемдәрен мәңге һаҡлаясаҡ, киләсәк быуындарҙы үҙ тарихы менән ғорурланырға, Ватаныбыҙҙы яратырға рухландырасаҡ.

Беҙҙең хәбәрсе.

Геройҙар тураһында хәтер мәңгеләштерелде
Геройҙар тураһында хәтер мәңгеләштерелде
Автор: