

Ул Нуриман районының Рәтеш ауылында тыуған. Тормош юлының байтаҡ өлөшө Мәсетле районының үҫеше менән бәйле. 1976 йылда Зәки Нурихан улы Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе була, ә 1980 йылдан 1983 йылға тиклем КПСС-тың Мәсетле район комитетының беренсе секретары вазифаһын биләй.
Уның етәкселегендә район әүҙем үҫеш – ҙур төҙөлөш осорон кисерә. Зәки Нурихан улы тырышлығы менән ауыл хужалығы һәм төҙөлөш индустрияһының заманса производство базаһы булдырыла, хатта һуңыраҡ “торғонлоҡ” тип аталған осорҙа ла баҫыусылыҡта һәм малсылыҡта рекордлы күрһәткестәргә өлгәшелә.
Зәки Нурихан улының профессиональ юлы күп яҡлы була. 1966 – 1971 йылдарҙа һөнәрселек училищеһында уҡыта һәм Дәүләкән районының ауыл хужалығы идаралығында баш инженер булып эшләй, 1971 – 1976 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты аппаратында ауыл хужалығы бүлеге инструкторы вазифаһын биләй, 1984 йылдан Хәйбулла районының ауыл хужалығы идаралығын етәкләй, ә 1991 йылдан республика Ауыл хужалығы министрлығы аппаратында инженер хеҙмәте бүлеге менән етәкселек итә, ете йылдан “Башсельхозтехника” дәүләт унитар предприятие-һының генераль директоры урынбаҫары була.
Зәки Нурихан улының төбәктең тарихи хәтерен һаҡлауға индергән өлөшө айырым танылыуға лайыҡ. 2007 йылдан ул Башҡортостандың МТС һәм “Сельхозтехника” предприятиелары тарихы музейын ойоштороу менән әүҙем шөғөлләнә. Бынан тыш, ул – “МТС. Ауылды индустриялаштырыу тарихы” китабы авторы. Бөгөн ул Башҡортостандың аграр секторын үҫтереү тураһында мөһим белем сығанағы булып хеҙмәт итә.
Зәки Нурихан улы талантлы етәксе генә түгел, аҡыллы остаз, тоғро дуҫ һәм ихлас күңелле кеше лә булды. Уның тормош юлы – фиҙаҡәр хеҙмәт, принциптарға тоғролоҡ һәм тыуған ергә тәрән һөйөү өлгөһө.
Ҡадиҡов Зәки Нурихан улы тураһында яҡты иҫтәлек Мәсетле районы һәм бөтә Башҡортостан халҡының йөрәгендә мәңге һаҡланасаҡ. Уның мираҫы – изге эштәре, традициялары һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе – киләсәк быуындар өсөн ышаныслы ориентир булып хеҙмәт итәсәк.
Зәки Нурихан улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Рух ныҡлығы теләйбеҙ һәм һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ.
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.