Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
19 Февраль , 14:40

Балалар баҡсаһы һәм ата-әсәләр

Теләш ауылындағы “Ләлә” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләү осоронда кескәйҙәр менән аралашыу һәм ата-әсәләрҙе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшмәкәрлегенә йәлеп итеү тәжрибәһе артабанғы эшмәкәрлектә үҙ һөҙөмтәһен бирҙе.

Балалар баҡсаһы һәм ата-әсәләр
Балалар баҡсаһы һәм ата-әсәләр

Ғаилә һәм балалар баҡсаһы – ике тәрбиәүи феномен. Уларҙың һәр береһе балаға үҙенсә социаль тәжрибә өләшә. Әммә улар бергәләп кенә бәләкәй кешенең ҙур донъяға инеүе өсөн ҡулай шарттар булдыра ала.
Ата-әсәләр һәм педагогтар – ике ҡеүәтле көс, кешенең шәхес булып формалашыуы процесында һәр береһенең роле әһәмиәтле. Уларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе генә түгел, ә, тәү сиратта, балалар баҡсаһы менән ғаиләнең үҙ-ара аңлашыуы, бер-береһен тулыландырыуы, бергәләп ижад итеүе актуаль әһәмиәткә эйә.
Анализ ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлектә яңылыҡтар-ҙың кәрәклеген күрһәтә. Ата-әсәләрҙе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тормошона әүҙем йәлеп итеү өсөн эш системаһын әҙерләү һәм индереү мөһим.
Ата-әсәләр менән эш итеүҙе яйға һалып, ата-әсәләр йыйылышы, лекциялар, практикум кеүек традицион формаларҙы, шулай уҡ телдән журналдар, экскурсиялар, ата-әсәләр клубтары, акциялар, һауыҡтырыу саралары, уйындар кеүек заманса формаларҙы файҙаланырға һәм үҫтерергә мөмкин.
Эшмәкәрлектә ата-әсәләр менән эшләүҙең төрлө заманса формаларын ҡулланыу мөһим. Уларға нимә инә? Мәғлүмәт туплау-анализ: анкета тултырыу, һорауҙарға яуап алыу, “Ата-әсәләр почтаһы”, “Теләктәр ҡумтаһы”. Мәғлүмәт күргәҙмәһе: ата-әсәләр мөйөштәре, ғаилә һәм төркөм альбомы. Танып белеү саралары: ата-әсәләр йыйылыштары, телдән журналдар, консультациялар, ата-әсәләр менән берлектә эшләнгән балалар эштәре күргәҙмәләре, асыҡ ишектәр көнө, ата-әсәләрҙең байрамдарға, иртәлектәргә әҙерләнеүҙә һәм уҙғарыуҙа ҡатнашыуы, фотокүргәҙмә, ата-әсәләр комитеты менән эшләү. Күңел асыу саралары: байрамдар, берлектәге ял, ата-әсәләрҙең конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуы.
Эшмәкәрлектең ҡайһы бер төрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса әйтәм. Мәғлүмәт туплау-анализ эшенең бер формаһы – “Ата-әсәләр почтаһы”. Был почта йәшниге формаһындағы ҡумта стенала урынлашҡан. Ата-әсәләр унда үҙҙәренең идеялары һәм тәҡдимдәрен, һорауҙар һәм иҫкәрмәләр менән мөрәжәғәттәрен яҙма рәүештә ҡалдыра ала. Бирелгән һорауҙар ата-әсәләр йыйылыштарында яҡтыртыла йәиһә уларға ата-әсә мөйөшөндә яҙма рәүештә яуап бирелә. Бындай эш формаһы ата-әсәләргә педагогҡа уй-фекерҙәрен еткерергә мөмкинлек бирә, был бигерәк тә тәрбиәсенең улар менән шәхсән осрашырға ваҡыты аҙ булғанда һөҙөмтәле.
Ғаилә менән эшләүҙең иң традицион, әммә һөҙөмтәле формаларының береһе булып ата-әсәләр йыйылышы ҡала. Әммә эш тәжрибәһенән сығып шуны беләбеҙ: ата-әсәләр отчет һәм өйрәтеүсе әңгәмәләр рәүешендә осрашыуҙарға бик килеп бармай, был аңлашыла. Традицион булмаған дөйөм ата-әсәләр йыйылышы уларҙы йәлеп итеү-ҙән тыш, хеҙмәттәшлеккә, улар менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырырға мөмкинлек бирә. Үҙебеҙҙең эҙләнеүҙәр аша һәм ҡыҙыҡлы эш тәжрибәһенә таянып, беҙ был хәлдән сығыу юлын йыйылыш үткәреү формалары һәм алымдарын үҙгәртеүҙә таптыҡ. Монологта түгел, ә диалогта аралашырға тырыштыҡ. Был педагогтан ентекле һәм оҙайлы әҙерлек талап итә, әммә һөҙөмтә лә һиҙелерлек арта. Мәҫәлән, “Минең ғаиләм – минең шатлығым” ғаилә ҡунаҡханаһын үткәрҙек. Сара барышында ата-әсәләр үҙ ғаиләһенең гербын тәҡдим итте, шәжәрәләре, ғаилә йолалары хаҡында һөйләне, ошо тема буйынса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һайланы, ғаилә тураһында шиғырҙар уҡыны, һаҡлаусы ҡурсаҡтар әҙерләне.
Тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр араһында иң популяр һәм яратҡан эш формаһы – күңел асыу форматында ял итеү. Бында хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр тулыраҡ асыла.
“Балаларға китап бүләк ит” акцияһы кеүек эш формаһын файҙаланырға мөмкин. Балалары үҫкән күп ғаиләләрҙә ҡулланылмаған китаптар һәм уйынсыҡтары бар. Был бәләкәй акция күпме тәрбиәүи мәлдәрҙән ғибәрәт! Ул иҫке әйберҙәргә һаҡсыл мөнәсәбәт булдыра, шул уҡ ваҡытта балалар бүләктәр ҡабул итергә генә түгел, уларҙы эшләргә лә өйрәнә – был ҙур хеҙмәт, күңел тәрбиәһе.
Берлектәге тағы ла бер эш төрө – миҙгелле конкурстар, унда ата-әсәләр һәм уларҙың балалары ҡатнаша. Был бик ҡиммәтле тәжрибә бирә. Конкурстан һуң йыйылышта унда ҡатнашыусы бөтә ғаиләләр ҙә грамоталар менән билдәләнә.
Ата-әсәләр менән эшләү системаһында мөһим мәлдәрҙең береһе хаҡында әйткем килә. Ниндәй ҙә булһа эш башҡарған һәр кеше үҙенең хеҙмәтен баһалауға мохтаж, шул иҫәптән ата-әсәләр ҙә.
Хәҙерге шарттарҙа ата-әсәләргә мәғлүмәт биреүҙең һәм уларҙы төркөмдөң тормошона йәлеп итеүҙең бик шәп әүҙем һәм һығылмалы ысулы бар – ул социаль селтәрҙәр. Улар аша ата-әсәләргә баланың көндәлек уңыштары хаҡында мәғлүмәт бирергә, иғлан яһарға, конкурстар һәм күргәҙмәләр уҙғарырға, өйрәтеүсе сайттар тәҡдим итергә, үҙ педагогик ҡараштарың менән уртаҡлашырға, ата-әсәләргә лә файҙаға буласаҡ тәжрибәңде дөйөмләштерергә мөмкин. Әммә бының өсөн педагогтар үҙҙәре әүҙем позициялы булырға, интернет менән файҙалана белергә һәм башҡарылған эште раҫлау алымдарын мотлаҡ табырға тейеш.
Бөгөн беҙҙә ата-әсәләр менән билдәле бер үҙ-ара эш итеү системаһы булдырылған тип әйтергә мөмкин. Төрлө эш формаларын ҡулланыу айырым һөҙөмтәләр бирҙе: “тамашасы” һәм “күҙәтеүсе” ролендәге ата-әсәләр осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша, тәрбиәсенең ярҙамсыларына әүерелә, үҙ-ара ихтирам мөхите барлыҡҡа килә. “Ғаилә менән эш итеү” төшөнсәһен “ата-әсәләр менән эш” төшөнсәһе менән бутарға ярамай.
Ғаилә менән эш итеүҙе ойоштороу – әҙер технологиялары һәм рецебы булмаған ауыр эш. Уның уңышы тәрбиәсенең интуицияһы, инициативаһы һәм сабырлығы, уның ғаиләгә профессиональ ярҙамсы була белеүе менән билдәләнә.
Айгөл ДӘҮЛӘТШИНА,
Теләш ауылының “Ләлә” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор: