Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Февраль , 11:05

Ябай ҡатын яҙмышы

Антонина Искорцева 1950 йылдың 3 майында Мәсетле районының Әләгәҙ ауылында ишле ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Иван менән әсәһе Евдокия балаларын яратып-һөйөп тәрбиәләй.

Ябай ҡатын яҙмышы
Ябай ҡатын яҙмышы

Антонина Ивановнаның үҫмер сағы Әләгәҙ ауылында үтә, мәктәптә уҡыу уға еңел бирелә. 1967 йылда 10-сы класты уңышлы тамамлай һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад бүлегенә уҡырға инә. 1972 йылда, уҡыуын тамамлағандан һуң, ҡыҙ тыуған ауылына ҡайта һәм “Мәсәғүт” совхозында баш иҡтисадсы вазифаһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
Антонина Ивановна һәр саҡ тырышып, ғәҙел эшләй, коллегаларының һәм етәкселегенең хөрмәтенә лайыҡ була.
1997 йылда уға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы” исеме бирелә.
2004-2005 йылдарҙа һәм 2008 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Антонина Ивановна “Агросоюз” йәмғиәтендә директор булып эшләй, ауыл хужалығын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Антонина Ивановна бөтә ғүмерен тик эшкә бағышлай. Ә 75 йәшен дуҫтары һәм яҡындары менән ҡаршы ала.
Декабрҙә ауыр сир Антонина Искорцеваны арабыҙҙан алып китте. Дуҫтары һәм яҡындары күңелендә ул тырыш, иғтибарлы һәм егәрле кеше булып һаҡланасаҡ.
Класташы Сажиҙә Ҡушанова уны башҡаларға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер булған изге күңелле, ярҙамсыл ҡатын тип хәтерләй.
– Мин уның менән 9-сы кластан уҡыным. Беҙ Әләгәҙ мәктәбенең тәүге сығарылыш класы инек. Антонина һәр ваҡыт яҡшы хужабикә булды, сәскәләр үҫтерҙе, баҡса тәрбиәләне, бик изге күңелле һәм алсаҡ ине. Ул үҙенә хәстәрлекле мөнәсәбәттә булған туғандарын яратты, – ти Сажиҙә Мазһар ҡыҙы.
Рәмил МАЙҘАНОВ.

Автор: