Роман 1994 йылдың 3 сентябрендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Егет ғаиләлә берҙән-бер ул булып үҫә. Өс йылдан ғаиләһе Екатеринбург ҡалаһына күсә.
Әсәһе Марина Анатольевна Урал дәүләт урман-техник университетында уҡыта башлай. 2009 йылда ғаилә ауыр юғалтыу кисерә – оҙайлы ауырыуҙан һуң ғаилә башлығы вафат була.
Роман Екатеринбургта 15-се урта мәктәпте тамамлай, шул уҡ ваҡытта 4-се разрядлы ашнаҡсы һөнәре ала. Ул аш-һыу әҙерләргә ярата һәм быны бик теләп башҡара. Мәктәпте тамамлағандан һуң социаль-иҡтисади техникумдың банк эше бүлегенә уҡырға инә.
Роман Алексеевич һөйгән ҡыҙы Раджави менән ғаилә ҡора. Улдары Алексей тыуа, хәҙер уға 9 йәш. Малай Екатеринбург лицейында уҡый һәм Таиланд боксы менән шөғөлләнә.
Роман Крюков 2024 йылдың 24 авгусында контракт төҙөй. Уның ҡарарына ЛНР-ҙа хәрби бурысын үтәгән дуҫтарының һөйләүҙәре йоғонто яһай. Роман бала саҡтан уҡ сик һаҡсыһы булыу теләге менән үҫә, шуға күрә был ҡарар уның өсөн ныҡлы уйланылған була. Ғаиләһенә үҙенең ҡарары тураһында һуңыраҡ хәбәр итә.
Уны Донецк Халыҡ Республикаһына ебәрәләр, бер ай дауамында әҙерлек үтә. Үҙәк хәрби округының “Кемерово ротаһы” 80-се Ҡыҙыл Байраҡлы танк полкында хеҙмәт итә, “Рубэн” позывнойлы була. Уның подразделениеһы Цукурино, Селидово, Курахово һәм башҡа торама пункттарҙы азат итеүҙә ҡатнаша.
Хеҙмәт осоронда Роман Алексеевич үҙен грамоталы, яуаплы һәм ҡурҡыу белмәҫ яугир итеп күрһәтә. Бер алышта, отряд командиры һәләк булғандан һуң, ул командованиены үҙ өҫтөнә ала, хәрби бурысты уңышлы үтәй һәм яралыларҙы, һәләк булғандарҙы эвакуациялауҙы ойоштора. Был батырлығы өсөн рота командиры уны “Батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим итә.
Тиҙҙән уны рәсми рәүештә отряд командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Ни бары 30 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ бурыстарын бик яҡшы башҡара. Роман һәр кем менән уртаҡ тел таба белә, иптәштәренә юмор һәм яҡшы һүҙ менән ярҙам итә.
2024 йылдың 23 декабрендә уларҙың һуңғы хәрби заданиеһы фажиғәле була. Алда ҡатмарлы бурыс тора: асыҡ ялан буйлап 14 километр юл үтергә һәм нығынырға кәрәк. Отряд Покровск яғына йүнәлеш тота, әммә күп һанлы дрондар уты аҫтында беҙҙең егеттәр һәләк була. Уларҙы эвакуациялау ике аҙнанан һуң ғына мөмкин була, һәм шул саҡта ғына туғандары хәл тураһында белә. Һуңғы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн рота командиры Роман Крюковты Батырлыҡ орденына (үлгәндән һуң) тәҡдим итә.
Яратҡан ул, ир һәм атайҙың тормошо фажиғәле рәүештә өҙөлә. Ул, Ватанын яҡлап, махсус хәрби операция зонаһында ғүмерен бирә. Геройҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылында ерләнеләр.
– Беҙ барыбыҙ ҙа оло юғалтыу кисерҙек. МХО-ға барып, беҙҙе яҡлағаны өсөн рәхмәт уға. Барыһына ла күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Һәләк булған Рәсәй яугирҙарына мәңгелек дан, мәңгелек хәтер! – ти Марина Крюкова.
Камилея НУРЫЕВА.