Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Октябрь 2025, 09:30

Хеҙмәткә һәм үҙ халҡына бағышланған ғүмер

Яуаплы белгес, аҡыллы етәксе һәм өлгөлө ғаилә башлығы Венер Ғатауллиндың тормош юлы Мәсетле районы менән тығыҙ бәйле. Уның тормошо – һайланған эшкә тоғролоҡ, яуаплылыҡ һәм тыуған яҡҡа һөйөү өлгөһө. Биш йыл инде ул арабыҙҙа юҡ.

Хеҙмәткә һәм үҙ халҡына бағышланған ғүмер
Хеҙмәткә һәм үҙ халҡына бағышланған ғүмер

Венер Дамир улы 1963 йылдың 24 ғинуарында Оло Ыҡтамаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған, ата-әсәһе “Серп и молот” колхозында эшләй. 1980 йылда Оло Ыҡтамаҡ мәктәбен (хәҙерге лицей) тамамлай. Ике йыл Германия Демократик Республикаһында танк механигы-водитель булып хеҙмәт итә, һуңынан Дыуан аграр техникумын тамамлай.
Уның хеҙмәт эшмәкәрлеге 1983 йылда Мәсетле районының “Коммунист” гәзите редакцияһында (хәҙер гәзит “Мәсетле тормошо” тип атала) әҙәби хеҙмәткәр булып башлана, бер аҙҙан фотохәбәрсе вазифаһына күсерелә. Уның гәзит биттәрендә баҫылған фотоматериалдары БР Журналистар союзы, район етәкселеге һәм редакция наградалары менән билдәләнә.
1984 йылда Вера Евгеньевна менән ғаилә ҡора. Салйоғот башланғыс мәктәбендә бергә уҡыған ваҡыттан уҡ таныш йәштәр матур итеп йәшәп алып китә, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғаилә башлығы бик яҡшы, изге күңелле, ярҙамсыл, хәстәрлекле ир һәм атай була.
Фотохәбәрсе итеп күсерелгәс, Венер Дамир улы тиҙ арала яңы һөнәрҙе үҙләштерә: тормошсан, сифатлы фоторәсемдәр төшөрә һәм уларҙы үҙе баҫтырып сығара. Эшләгән йылдары иң яҡшы ваҡыттарға, колхоздар һәм объекттар буйлап йөрөгән мәлдәргә тура килә. Уны район халҡы яҡшы белә. Ул дуҫ һәм берҙәм коллективта эшләй, эшкә байрамға йөрөгән кеүек йөрөй, һәр ваҡыт ҡәнәғәт була.
2001 йылдың ғинуарынан В. Д. Ғатауллин Мәсетле район типографияһы директоры итеп тәғәйенләнә. Был вазифала үҙен производствоны яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә механизмдарҙы һәм ҡорамалдарҙы үҙләштереп, электрохужалыҡ һәм полиграфия ҡорамалдары ремонтлау, яйға һалыу буйынса бөтә эштәрҙе үтәй. Уның оҫта, тәжрибәле, ныҡышмалы һәм йүнсел булыуы һөҙөмтәһендә типография ҡыҫҡа ваҡыт эсендә офсет ысулы менән баҫыуға күсә.
Редакция һәм типография берләшкәндән һуң, Венер Ғатауллин “Наша жизнь” – “Беҙҙең тормош” редакция-нәшриәт комплексы дәүләт унитар предприятиеһы директор-мөхәррир урынбаҫары вазифаһын биләй һәм йөкмәтелгән бурыстарҙы яҡшы үтәй. Эшләгән осоронда Венер Дамир улы бер нисә тапҡыр Мәсетле районы хакимиәтенең, Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамоталары менән бүләкләнә.
Венер Ғатауллин йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Район Советы депутаты, профсоюз комитеты ағзаһы һәм рәйесе, оҙаҡ йылдар Салйоғот участка һайлау комиссияһы рәйесе булып тора.
2020 йылдың 19 октябрендә Венер Дамир улының йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ул үҙенең башҡарған эштәре, ихласлығы менән коллегалары һәм Мәсетле районы халҡы араһында ихтирам яуланы. Урындағы журналистика, полиграфия һәм йәмәғәт тормошо үҫешенә өлөш индереп, яңы быуынға эшмәкәрлек өсөн нигеҙ һалды.
Венер Дамир улы тураһында яҡты иҫтәлек “Мәсетле тормошо” гәзите архивында, типография стеналарында һәм уны белгәндәрҙең хәтерендә йәшәй.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: