Сарала бик күп ауылдаштар ҡатнашты. Улар араһында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров, “Йондоҙ” йәмғиәте директоры Юрис Латыпов, шулай уҡ геройҙың ҡатыны Юлиә Ғәлиуллина булды.
– Илфак Флорид улы кеүек ҡыйыу яугирҙарҙың ҡаһарманлыҡтарын мәңгеләштерергә кәрәк. Уның батырлығы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгелеккә уйылып ҡалды һәм йәш быуындар өсөн яҡты өлгө булып тора, – тип билдәләйҙәр мәктәптә.
Илфак Флорид улы Яңы Мишәр мәктәбен тамамлаған. Һуңынан ике йыл Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында механик-водитель булып хеҙмәт итә, өлкән механик-водитель итеп тәғәйенләнә. 2022 йылдың сентябрендә контракт төҙөй һәм махсус хәрби операция зонаһына юллана. Уның ҡатыны һәм өс балаһы ҡалды.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Илфак Ғәлиуллин РФ Президенты Указы менән үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана.
Башҡортостан Республикаһында “Герой партаһы” проекты тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм йәш быуынды Ватан геройҙарының батырлыҡтарына хөрмәт рухында тәрбиәләүгә йүнәлтелгән мөһим патриотик башланғыс булып тора.
Проекттың маҡсаты – төбәк мәктәптәрендә һәм башҡа белем биреү учреждениеларында махсус иҫтәлекле урындар булдырыу. Унда уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм Ватанды хәҙер һаҡлаусыларҙың яҙмышы менән таныша ала.
Һәр шундай “парта” герой, уның батырлығы тураһында мәғлүмәт яҙылған алтаҡта менән йыһазландырыла. Уҡыусылар тыуған төйәгенең тарихы менән танышыу, ил яҙмышында шәхси ҡатнашыуҙың әһәмиәтен аңлау һәм быуындар бәйләнешен тойоу өсөн уникаль мөмкинлек ала.
Бындай проект ярҙамында балалар һәм үҫмерҙәр баш өҫтөндәге тыныс күк йөҙөн ҡәҙерләргә өйрәнә, киләсәк өсөн яуаплылыҡты аңлай, Ватанға һөйөү, ветерандарға хөрмәт атмосфераһында тәрбиәләнә.
“Герой партаһы” республика акцияһы үҙ иле өсөн ғорурлыҡ тойғоһон формалаштырыуға, халыҡтарҙың берҙәмлеген һәм йәмғиәттең юғары әхлаҡи ҡиммәттәре тирәләй берләшеүен нығытыуға булышлыҡ итә.
Был башланғыс халыҡтың төрлө ҡатламдарын берләштерә, йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итә һәм Ватан мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер патриоттар тәрбиәләү өсөн уңайлы мөхит булдыра.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.