Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
14 Октябрь 2025, 12:10

Ауылда мулла – мосолмандар өсөн таяныс

Ауылда мулла – ул кешеләргә дини һәм йәшәйеш мәсьәләләрендә ярҙам итеүсе кеше. Ул доғалар уҡып, дини йолалар үткәреп кенә ҡалмай, ә тормошондағы мөһим мәлдәрҙә ярҙам итә. Бала тыуғас, мулла махсус доға уҡый һәм балаға исем бирә, туйҙа никахты фатихалай. Берәйһе мәрхүм булып ҡуйһа, уны бөтә дини йолалар буйынса һуңғы юлына оҙата. Шулай итеп, диндар мосолман тормошондағы бар мөһим мәлдәрҙә дини ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн муллаға мөрәжәғәт итә.

Ауылда мулла – мосолмандар өсөн таяныс
Ауылда мулла – мосолмандар өсөн таяныс

Халыҡта Рәмил мулла булып йөрөгән ауыл хәҙрәтенең яҙмышы һәм эш үҙенсәлектәре тураһында ентекләберәк һөйләргә теләйем. Рәмил Ғилметдинов Салйоғот ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң училищеға уҡырға инә, Совет Армияһында хеҙмәт итә. Һуңынан ул хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем тыуған районында шофер булып эшләй.
Дингә ҡараш уның өсөн бер ҡасан да ят булмай. Күптәр: “Хаҡлы ялға сыҡһам, намаҙ уҡый башлармын”, – тиҙәр. Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә алдында биргән вәғәҙәһен үтәмәй. Рәмил Раян улы пенсияға сыҡҡас, дин мәсьәләләре менән ентекле ҡыҙыҡһына башлай. Намаҙ уҡыу өсөн Ислам нигеҙҙәрен өйрәнә, әммә мулла булырға йыйынмай. Ә тормош башҡаса хәл итә. Йыназа намаҙы менән мәрхүмде йыуырға һәм ерләргә белгән хәҙрәттәргә ихтыяж традицион йолаларҙы өйрәнеүгә этәргес була. Был ваҡытҡа шәриғәт ҡағиҙәләре менән китаптар һатыла башлай. Ул саҡта әле иҫән булған Наил хәҙрәт уға тәүге дини нәсихәттәр һәм һабаҡтар бирә.
Рәмил Ғилметдинов бер кемдең дә үтенесен кире ҡаҡмай, кешеләргә хөрмәт күрһәтә. Йолалар һәм тантаналар барышында ҡунаҡтарға кешеләрҙең никах менән йәшәргә тейешлеген аңлата.
Һуңғы ваҡытта Ислам ҡанундары буйынса йәшәргә ынтылыусылар арта бара: улар йолаларҙы үтәй, мосолман байрамдарын ойоштора, мәжлестәр (йыйылыштар) үткәрә. Быларҙың барыһына ла һөйөнә Рәмил хәҙрәт, әммә ҡайһы бер мосолман ҡәрҙәштәрҙең биш тапҡыр намаҙ уҡымауы күңелен ҡыра. Ул уларҙы ғәйепләмәне, иманлылар ваҡыт үтеү менән быға ла килеренә бар күңеле менән ышанды. Тап ошондай дини мәсьәләләрҙә имам ниндәйҙер кимәлдә психолог булырға тейеш: аңлап һәм уйлап кәңәш бирергә, мыҫҡыллап, рәнйетерлек белдереүҙәр яһамаҫҡа, кешене шелтәләргә, тәрбиәләүгә ынтылмаҫҡа. Барыһын да әҙәпле, һаҡ итеп һөйләргә, эшләргә, кеше әйткәнде ыңғай ҡабул итһен өсөн аңлатырға һәм нигеҙләргә кәрәк.
Тәүге мәлдә һорау тыуҙы – дини мәжлестәрҙә кейем ниндәй булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙың яулыҡ ябынып, муйынын ябып, оҙон еңле әйбер кейеп килергә тейешлеген ваҡыт күрһәтте.
Рәмил хәҙрәт ҡатыны Мәрзиә Мәғәфүр ҡыҙы менән 52 йыл бергә йәшәп, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләне. 75 йәшендә ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күсте, был ғаилә өсөн ауыр юғалтыу булды. Ғаиләһе генә түгел, туғандар ҙа, таныштар ҙа ҡайғырабыҙ. Хәҙрәттең ғаиләһенең һәм туғандарының ҡай-ғыһын уртаҡлашабыҙ, уның рухына доға ҡылабыҙ, ауыл муллаһы булараҡ башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
Имам булыу еңел түгел, ә Рәмил хәҙрәттең изгелек һәм аҡыл өлгөһө йәш имамдар өсөн йүнәлеш булып тора. Бөгөн йәштәрҙең дини белем алыу мөмкинлеге элеккегә ҡарағанда күберәк. Беҙ нәҡ уларҙың киләсәктә һәр йөрәккә иман еткерәсәгенә, халыҡ өсөн таяныс буласағына һәм яҡтылыҡ өләшәсәгенә ышанабыҙ.
Мәсетле мөхтәсибәте исеменән Закирйән хәҙрәт ҒАТАУЛЛИН.

Автор: