Ул 1925 йылда Үрге Бобин ауылында тыуған, 1943 йылда мобилизациялана, Әстрхан хәрби-пехота училищеһын тамамлай. 1943 йылдың октябрендә взвод командиры Семен Максимов 217-се уҡсылар дивизияһы составында Орлов-Курск дуғаһында һуғыша. Дивизия Карачев һәм Брянск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Брянск өлкәһенең Выгоничи ҡасабаһын алған саҡта Семен Ефимовичтың аяғы яралана. Госпиталдән һуң уны Мәскәүгә ебәрәләр, унда күптән көтөлгән Еңеүҙе ҡаршылай.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Семен Максимов бер йыл Барашовка башланғыс мәктәбендә эшләй, һуңынан Түбәнге Бобин мәктәбе мөдире итеп күсерелә. 31 йыл Кесе Ыҡтамаҡ ете йыллыҡ мәктәбенең алыштырғыһыҙ директоры була.
– Уның эшендә, һис шикһеҙ, эшҡыуарлыҡ ебе булған. Мәктәп эргәһендәге интернатта Барашовка һәм Түбәнге Бобин уҡыусылары йәшәй, улар йәкшәмбегә генә өйҙәренә ҡайта. Балаларҙың туҡланыуы төрләндерелгән булһын өсөн йәшелсә үҫтерҙеләр, иттәре лә булды. Металл һыныҡтарын йыйҙылар, утын әҙерләү менән шөғөлләнделәр, – тип һөйләй улы Виктор Семенович.
Уҡыу йортоноң районда алдынғы мәктәпкә әйләнеүенә ҙур өлөш индерә: ул эшләгән ваҡытта мәктәп бинаһы ремонтлана, интернат һәм яңы корпус төҙөлә. Мәктәпте финанс яҡтан тәьмин итеү маҡсатында уҡытыусылар менән бергә мәктәп яны участкаһында йәшелсә һәм еләк үҫтерәләр, йылҡы малы һәм сус-ҡа аҫрайҙар. Уларҙы һатыуҙан алынған аҡсаға уҡыусыларҙы Кавказға, Ҡырымға, Киевҡа, Пятигорск ҡалаһына экскурсияларға алып баралар.
– Ул балаларҙы бик яратҡандыр, моғайын, шуға күрә мәктәптә эшләргә ҡарар иткәндер, – тип дауам итә Виктор Семенович.
Ҡатыны Мария Кузьмовна менән өс бала тәрбиәләгәндәр: Виктор, Валентина һәм Владимир. Виктор Семенович хәҙер Кесе Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй, Валентина Семеновна – Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында, Владимир Семенович ике йыл элек вафат булған.
Семен Ефимович БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, башҡа миҙалдар менән наградланған.
Семен Максимов тураһында иҫтәлек райондаштары йөрәгендә мәңге һаҡлана.
Екатерина ӘМИРОВА.