Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Октябрь , 09:55

Мәсет – Аллаһ йорто

Йәйелеп ятҡан ялан-ҡырҙар өҫтөндә, йәмле Әй йылғаһы буйында ҙур бер ауыл урынлашҡан. 1720 йылда ергә индереү килешеүе буйынса башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә, буласаҡ Әләгәҙ ауылы урынында, мишәрҙәр нигеҙ һала.

Мәсет – Аллаһ йорто
Мәсет – Аллаһ йорто

1870 йылда бында мәсет эшләүе, ә XX быуат башында ике мәсет булыуы билдәле. Бөтә ололар ҙа элекке мәсеттәрҙең урынын хәтерләмәй, сөнки атеизм осоронда уларҙы ер йөҙөнән юҡ итеп кенә ҡалмайҙар, ә халыҡтың хәтеренән юйырға ла тырышалар.
Илдә дин ҡайтанан тергеҙелә башлаған осорҙа яңы ғына яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға ризалашҡан имам Мәхмүтйән хәҙрәттең беренсе эше – ауыл мосолмандарын Аллаһҡа табыныу йолаларын үткәреү өсөн бина менән тәьмин итеү. Райондың күп кенә ауылдарында буш торған административ биналар мәхәллә кешеләренә тапшырыла, ҡайһы берҙәрендә хатта яңы мәсеттәр төҙөлә. Ә Мәсетле районында йәшәүселәр һаны буйынса икенсе урында торған Әләгәҙ ауылында ул булмай. Дин юлында изге ниәттәр һәр ваҡыт үтәлә – ярҙамсыл кешеләр һәм саралар табыла.
Әләгәҙҙәр Мәхмүтйән Хафизовтың башланғысын һәр яҡлап хуплай, тапшырылған бинаны ремонтлауҙа һәм төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Ойоштороусы “йәш” имамдың тынғыһыҙ һәм арыу белмәгән характеры, ихлас ярҙамсы абыстайҙарҙың ҡатнашлығында бер нисә айҙан мәсет рәсми рәүештә асыла. 2009 йылдың көҙөндә тантаналы сараға республика мөфтөйө Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин килә.
Быйыл Әләгәҙ мәсетендә аҙан яңғырауына 15 йыл тула: намаҙ уҡыла, ауыл халҡы именлеге өсөн доғалар ҡылына. Мәхмүтйән хәҙрәт эше мосолмандарға Аллаһ юлында хеҙмәт итеүен дауам итә, ауылдаштары йөрәгендә изгелекле һәм ярҙамсыл имам тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлана. Уның изге холоҡло булыуы, ихлас тыңлай белеүе һәм бөтәһе менән йомшаҡ аралашыуы – буласаҡ имамдар өсөн күркәм өлгө.

Закирйән ҒАТАУЛЛИН, Мәсетле районы имам- мөхтәсибенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса ярҙамсыһы.

Автор: