Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Октябрь , 14:10

Мәсетлеләр әҙипте иҫкә алды

Мәсетле районында иң сағыу журналистарҙың береһе һәм талантлы яҙыусы Ризван Хажиевтың тормошона һәм ижадына арналған саралар үтте. 30 сентябрҙә уға 85 йәш тулыр ине.

Мәсетлеләр әҙипте иҫкә алды
Мәсетлеләр әҙипте иҫкә алды

Был көндө танылған публицистың тыуған төйәгенә Ризван Закирхан улының ҡатыны Клара Фәтҡулла ҡыҙы, СССР-ҙың спорт мастеры, грек-рим көрәше буйынса алты тапҡыр Рәсәй чемпионы Роберт Кәримов, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Федерацияһының курорттар отличнигы, Башҡорт-остан Республикаһының атҡаҙанған табибы Роберт Әхмәҙуллин, билдәле мәсетленең туғандары һәм башҡа бик күп абруйлы ҡунаҡтар килде. Мәсетле районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге белгесе Гөлдәр Солтанова, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының социаль координаторы Лилиә Орлова, Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Низамов менән бергә улар Ризван Хажиевтың мәңгелек төйәге булған Һөләймән ауылы зыяратына барҙы. Ҡәбергә венок һәм сәскәләр һалдылар, мәрхүмдең рухына бағышлап доға ҡылдылар.
Артабан ҡунаҡтар Һөләймәндең арҙаҡлы улына бағышланған мөйөш булдырылған ауыл музейын ҡараны. Унда журналистың шәхси әйберҙәре ҡуйылған, мәғлүмәт стенды эшләнгән. Ауылдың почетлы гражданы Ризван Хажив ярҙамында ауыл биләмәһендә байтаҡ саралар үткәрелгән.
Һөләймән клубында журналист һәм ораторҙың юбилейына арналған кисә ойошторолдо. Клара Фәтҡулла ҡыҙы һәм Ризван Закирхан улының ҡустыһы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәрдиән Хажиев йыйылыусыларға рәхмәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Улар әйтеүенсә, әҙип үҙенең ғүмерен һәм хеҙмәт йылдарын тыуған Мәсетле районына арнаған.
Һөләймәндәр журналистың тыуған ергә, яҡташтарға һәм тормошҡа һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарын һөйләне, йыр-бейеүҙәр ҡуйҙы.
Хәтер кисәһе Ләмәҙтамаҡ ауылында дауам итте. Шулай уҡ ҡунаҡтар мәктәп музейында Ризван Хажиевҡа арналған мөйөш менән танышты. Уҡытыусы Гөлшат Хәйбуллина уның мәктәп һәм тотош ауыл өсөн ни тиклем күп эш башҡарыуы хаҡында һөйләне. Сөнки нәҡ ул үҙ ваҡытында мәсетлеләргә 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында әүҙем ҡатнашыусы, Словакия милли ихтилалы геройы, “Бейек Татр” партизандар отрядының легендар командиры Вафа Әхмәҙуллин хаҡында бәйән иткән. Ул ваҡытта ауыл халҡы Вафа Мостафа улын рус теле уҡытыусыһы булараҡ ҡына белә ине. Мәктәп хәҙер, шул иҫәптән Ризван Хажиевтың хеҙмәте һөҙөмтәһендә, билдәле яҡташтың исемен йөрөтә.
Шул уҡ көндө Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы район Мәҙәниәт һарайында “Әй буйына ҡайтам әле...” исемле хәтер кисәһе үтте. Унда Мәсетле районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Вадим Саҙиҡов ҡатнашты. Тантаналы сараға яҡташыбыҙҙың яҡындары, туғандары, дуҫтары һәм уны хөрмәт итеүселәр йыйылды. СССР-ҙың спорт мастеры Роберт Кәримов, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Роберт Әхмәҙуллин, яҙыусы Мәүлиҙә Әхмәтйәнова, журналистың хәләл ефете Клара Фәтҡулла ҡыҙы үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Ризван Закирхан улы сағыу һәм күп яҡлы шәхес булды, тип билдәләне ҡунаҡтар. Ул үҙен үткер һәм ҡабатланмаҫ ҡәләм оҫтаһы – иҫ киткес журналист, етди прозаик, күренекле ғалим, әүҙем парламентарий һәм үҙенсәлекле йәмәғәт эшмәкәре итеп күрһәтә. Үҙенең эштәрендә ул һәр ваҡыт хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең ижади проблемаларына, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау мәсьәләләренә, тарихи шәхестәрҙең тормошона, шулай уҡ хәҙерге замандың һәм рухи үҫештең иң көнүҙәк проблемаларына иғтибар итә.
Әҙиптең таныштары уны өлгөлө ғаилә башлығы, туған, уңған һәм ярҙамсыл кеше булараҡ хәтерләй, уның бай ижади мираҫы бөтә республика буйынса ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Сараны район Мәҙәниәт һарайы ижади коллективтарының сығыштары биҙәне. Фойела Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Ризван Хажиевҡа арналған күргәҙмә ойошторҙо. Күргәҙмәгә билдәле журналистың китаптары, ғаилә архивынан фотоһүрәттәре һәм шәхси әйберҙәре ҡуйылғайны.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Мәсетлеләр әҙипте иҫкә алды
Мәсетлеләр әҙипте иҫкә алды
Автор: