Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Сентябрь , 15:20

МӨХӘМӘТОВА Т. М.

2024 йылдың 16 сентябрендә хеҙмәт ветераны, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Мөхәмәтова Таһира Мәүлит ҡыҙы 96-сы йәшендә вафат булды. Ул һөйкөмлө һәм изге күңелле кеше ине, ауылдаштары араһында абруйына тап төшөрмәне.

МӨХӘМӘТОВА Т. М.
МӨХӘМӘТОВА Т. М.

Таһира Мәүлит ҡыҙы бөтә ғүмерен “Коммунист” колхозында эшләүгә арнаны. Уның һөт малсылығындағы уңыштары тураһында район гәзите бер нисә тапҡыр яҙып сыҡты. Исеме күп йылдар дауамында һауым буйынса мәғлүмәттәрҙең тәүге юлында торҙо.
Юғары етештереү күрһәткестәре өсөн Таһира Мәүлит ҡыҙы бик күп наградалар менән билдәләнде, уларҙың иң әһәмиәтлеһе – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены. Ул бер нисә тапҡыр социалистик ярышта еңеүсе тип танылды, шуның өсөн СССР Ауыл хужалығы министрлығы билдәләренә лайыҡ булды. Таһира Мәүлит ҡыҙының “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, I дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалдары, СССР ВДНХ-һының бронза миҙалы һәм “Туғыҙынсы биш йыллыҡ ударнигы” билдәһе лә бар.
Таһира Мөхәмәтова көслө рухлы кеше һәм Ватаныбыҙҙың патриоты булды. Ул күп йылдар буйына фиҙаҡәр хеҙмәте менән Мәсетле районы һәм бөтә Башҡортостан үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Эргәбеҙҙә ошондай һоҡланғыс хеҙмәтсән һәм ҡатын йәшәүе, эшләүе менән ғорурланабыҙ. Таһира Мәүлит ҡыҙының туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уның хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Ростов ауыл советы һәм ауыл биләмәһе хакимиәте.

Автор: