Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
20 Сентябрь , 14:30

Туған теленә тоғро булды

Өс йыл элек оҫта педагог, остаз Мәрйәм Шакир ҡыҙы Кәбированың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Коллегалары һәм яҡындары уны изге күңелле, ғәҙел, талапсан кеше булараҡ хәтерләй.

Туған теленә тоғро булды
Туған теленә тоғро булды

Мәрйәм Шакир ҡыҙы 1955 йылдың 7 апрелендә Мәсетле районының Айып ауылында донъяға килгән. Әбдрәхим һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1970 йылда Мәсәғүт педучилищеһына уҡырға инә. Йәш уҡытыусы хеҙмәт юлын 1974 йылда Нуриман районының Ишморат ауылында башлай. Мәрйәм Кәбирова бар һәләтен, тырышлығын һалып, ең һыҙғанып уҡытыу эшенә тотона. Тәүге көндәрҙән үк балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең һөйөүен яулай. Юғары белем алыу теләге уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килә. Артабан тыуған яҡтарына ҡайтып, Теләш урта мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә.
Һәләтле, тырыш уҡытыусыны 2005 йылда район мәғариф бүлегенә методист итеп эшкә алалар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн методик берекмә етәксеһе Гөлназ Радик ҡыҙы Йәнтүрина менән берлектә семинарҙар үткәрәләр, уҡытыусыларға төрлө методик ярҙам күрһәтәләр. Алдынғы ҡарашлы методист етәкселегендә фәнни-ғәмәли конференциялар, ижади конкурстар, фольклор байрамдары һәм башҡа саралар ойошторола.
Мәрйәм Шакир ҡыҙы Кәбирова район мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу сифатын күтәреү өсөн айырыуса күп көс һалды. Талапсан, аҡыллы педагог ошо йылдарҙағы эш дәүерендә күп уңыштарға өлгәште. Район уҡыусылары республика олимпиадаларында еңеүсе булды, призлы урындар яуланы, уҡытыусылар “Йыл уҡытыусыһы” педагогик оҫталыҡ конкурсында номинация еңеүселәре булды.
Район башҡорттары ҡоролтайы, ҡатын-ҡыҙҙар берекмәһе ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Район хакимиәте ҡарамағындағы терминология комиссияһы ағзаһы булып та күп эш башҡарҙы. Шулай уҡ райондың мәҙәни тормошонда ҡатнашып, рухи мәҙәниәтте үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индерҙе. Оҫта итеп мандолинала, скрипкала уйнаны, концерттарҙа әүҙем сығыш яһаны.
Уны тура һүҙле, сабыр булғаны өсөн барыһы ла хөрмәт иттеләр. Үҙ вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарҙы. Намыҫлы хеҙмәте өсөн күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, грамоталар менән бүләкләнде.
Ралиф Сәмиғулла улы менән бик матур ғаилә ҡорҙолар, 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ул яғымлы әсәй, ярҙамсыл өләсәй, яҡшы ҡәйнә булды.
Мәрйәм Шакир ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте, туған телебеҙгә тоғролоғо матур өлгө булып күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Венера ШАФИҠОВА,
район мәғариф бүлеге методисы.

Автор: