Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Июнь , 14:00

Яҡташтар яҡташын иҫкә алды

Билдәле совет дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, БАССР-ҙың халыҡ комиссары Сабир Ваһаповтың тыуыуына 120 йыл тулыу хөрмәтенә Дыуан-Мәсетле мәктәбендә хәтер кисәһе уҙҙы.

Яҡташтар яҡташын иҫкә алды
Яҡташтар яҡташын иҫкә алды

Сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Вәлиев, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, элекке коммунистар партияһының Мәсетле райкомы беренсе секретары Ғәлимйән Кәримов, райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡадирова, Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Фазылов, шулай уҡ билдәле эшмәкәрҙең яҡташтары, туғандары һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Кисә мәктәп музейындағы саранан башланды. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн ауылда тыуып үҫкән билдәле шәхестәргә арналған күргәҙмә ойошторолдо.
Был иҫтәлекле көндә Сабир Ваһапов тураһында бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Биографияһы менән танышыу, эшмәкәрлеге тураһында хәтирәләр уҡыусыларҙың һәм ауыл клубтары вокаль ансамблдәренең сығыштары менән оҙатылып барҙы.
Сабир Әхмәтйән улы район һәм республика йылъяҙмаһында һиҙелерлек эҙ ҡалдырған. Ул һуғыш һәм унан һуңғы емереклек осоронда яуаплы вазифаларҙа булып, республика үҫешенә ҙур өлөш индергән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Сабир Ваһапов 1904 йылда Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Дыуан-Мәсетле ауылында, хәҙерге Башҡортостандың Мәсетле районында тыуған. Егерме ике йәшлек егет ВКП(б) сафына баҫа. 1936 йылда Свердловск ҡалаһында Сәнәғәт
академияһын тамамлай. 1920 – 1940 йылдарҙа – партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшендә. 1940 – 1946 йылдарҙа БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе вазифаһын биләй. Ил һәм республика өсөн ауыр һынауҙар осоронда ул төбәктең халыҡ хужалығы менән етәкселек итә, СССР-ҙың көнбайыш төбәктәренән эвакуацияланған сәнәғәт предприятиеларын, ғилми учреждениеларҙы, халыҡты урынлаштырыу менән шөғөлләнә.
Украинаның Фәндәр академияһы ғалимдары Сабир Әхмәтйән улы тураһында йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә үҙҙәренең фәнни тикшеренеүҙәрен дауам иткән һәм бында производство ғына түгел, ә бик күп көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам тапҡан.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташыбыҙ Ҡыҙыл Армияны кәрәк-яраҡ һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, хәрби частар, шул иҫәптән Башҡорт кавалерия дивизиялары ойоштороу менән шөғөлләнә.
1946 – 1953 йылдарҙа Сабир Ваһапов КПСС Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары була. 50-се йылдарҙа ул бер нисә тапҡыр СССР (1950 – 1954), РСФСР (1951 – 1955) һәм БАССР (1951 – 1955) Юғары Советы депутаты итеп һайлана. СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы була (1950 – 1954). Дүрт Ленин ордены (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән наградланған.
Сабир Әхмәтйән улы 1993 йылдың 13 авгусында Өфөлә 89 йәшендә донъя ҡуя.
Сабир Ваһаповтың данлы юлы һәм эшмәкәрлеге халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланып ҡаласаҡ. Бындай осрашыуҙар, хәтирәләр дәүләт эшмәкәрҙәре тормошон һәм эшмәкәрлеген замандаштарының иҫкә алыу билдәһе булып тора.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: