Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
17 Май , 15:00

Мөхәмәҙиев В. М.

2024 йылдың 9 майында 78-се йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре ветераны, отставкалағы подполковник Мөхәмәҙиев Вәрис Мәхмүҙин улы вафат булды.

Мөхәмәҙиев В. М.
Мөхәмәҙиев В. М.

Үҙенең иң яҡшы йылдарын, көсөн һәм белемен Тыуған илгә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүгә, илдең хәрби ҡеүәтен нығытыуға арнаған үҙ халҡының тоғро улы яҡты донъянан китте.
Мөхәмәҙиев В. М. 1946 йылдың 17 ноябрендә Мәсетле районының Тайыш ауылында тыуған. Бала сағынан уҡ хәрби карьера хаҡында хыялланған: спорт менән шөғөлләнгән, яҡшы уҡыған. Математика буйынса айырым һәләттәргә эйә булған. Йонос ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1965 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең 11-се класын тамамлағандан һуң Совет армияһы сафына алына. Хәрби карьера һайлаған ағайҙары өлгөһөндә Вәрис Мәхмүҙин улы 1966 йылда Горький зенит-ракета хәрби училищеһына уҡырға инә. 1969 йылда училищены ҡыҙыл дипломға тамамлап, Мәскәү эргәһендә хәрби-йыһан ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен дауам итә. Уның ныҡышмалылыҡ, эштәрҙе намыҫлы башҡарыу кеүек сифаттарын күреп, командование 1973 йылда Һауаға ҡаршы оборона Харьков хәрби инженер-радиотехника академияһына уҡырға ебәрә.
Академиянан һуң Ҡаҙағстандағы Һауа-йыһан оборонаһы ғәскәрҙәренә ебәрелә. Хеҙмәтте Сары-Шаган һынау полигонында үтә. Хеҙмәт йылдарында бик күп наградаларға лайыҡ була.
1991 йылда Мөхәмәҙиев В. М. отставкаға сыға һәм тыуған районында төпләнә. 1991 – 1993 йылдарҙа – Яңы Яуыш ауыл советы рәйесе. Йонос ауылына күсеп килгәс, Йонос урта мәктәбендә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы булып эшләй.
Ниндәй генә вазифала булмаһын, ул халыҡ алдындағы бурысын юғары яуаплылыҡ менән үтәне, үҙенең бөтә көсөн, белемен һәм тәжрибәһен хәрби әҙерлекте күтәреүгә, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә бирҙе. Ул тыуған төйәген яратты. Йонос ауылында ҙур өй һалып сыҡты, баҡса үҫтереү менән мауыҡты. Баҡсасылыҡ иң яратҡан шөғөлө булды.
Вәрис Мәхмүҙин улы дүрт улына хәстәрлекле атай, яратҡан ир, ейән-ейәнсәрҙәренә изге күңелле олатай булды. Яҡындарына һәр ваҡыт ярҙам итте, туғандарын хәстәрләп йәшәне.
Уның хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Хәтерләйбеҙ, яратабыҙ, ҡайғырабыҙ.
Туғандары.

Автор: