Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Апрель , 14:50

Редакцияға хат

5 мартта 98 йәшендә районыбыҙҙың һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вәлиев Мансур Ғәли улының йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ошо көндәрҙә уның беҙҙең аранан китеүенә 40 көн тула.

Редакцияға хат
Редакцияға хат

Мансур Ғәли улын белгән һәр кеше уны абруйлы, эшһөйәр, кешелекле, юғары интеллигентлы тип һоҡланып иҫкә ала.
Һуғыштан һуң Мәскәүҙә ҡалып, матур ғаилә ҡора. 60 йылдан ашыу бер урында – ғилми-тикшеренеү институтында эшләп хаҡлы ялға сыға. Алыҫта йәшәһә лә, һәр ваҡыт күңеле менән тыуған яҡтарына ынтылды, бәйләнеште өҙмәне, йыш ҡайтып йөрөнө. Һуңғы төйәгенең дә тыуған яғында булыуын теләне. Ғүмеренең һуңғы ике йылын тыуған ауылы Тайышта үткәрҙе.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам иткән бөтә туғандарға, күршеләргә, ауыл халҡына, ауыл старостаһы Рәсүл Әбүбәкировҡа, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллинға, Йонос ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәүф Ниғмәтуллинға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бөтәһенә лә иҫәнлек-һаулыҡ, донъя именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Ихтирам менән ҡыҙы Вера, туғандары (Тайыш ауылы).

Автор: