Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Март , 12:25

Тыуған иле өсөн йәшәне

98 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мансур Вәлиев баҡыйлыҡҡа күсте.

Тыуған иле өсөн йәшәне
Тыуған иле өсөн йәшәне

Мансур Ғәли улы 1925 йылда Тайыш ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң колхозда эшләй. 1943 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы хәрби комиссариаты тарафынан эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. III Украина фронтының 98-се гвардия уҡсылар дивизияһының 295-се гвардия уҡсылар полкында хеҙмәт итә.
– 16 мартта атыш башланды, – тип хәтерләй ветеран. – Самолеттар бомба ташлай, баш өҫтөндә пулялар оса, снаряд һәм миналар шартлай. Беҙ һөжүмгә күстек. Мина ярсығы аяғыма эләкте, мин йығылдым. Ныҡ ауыртыу һиҙҙем һәм күп ҡан юғалттым. Килгән санитарҙар яраны бәйләне, носилкаға һалып ялан госпиталенә алып китте. Ике айҙан ашыу мин Венгрияның Секешфехервар ҡалаһындағы госпиталдә дауаландым, һуңынан Румынияның Тимишоара ҡалаһындағы госпиталгә ебәрҙеләр, унда тағы ла ике ай дауаландым. Бында мин Еңеү тураһында һәм һуғыш тамамланыуын ишеттем.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙ I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены һәм өс тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған.
Уның армия хеҙмәте ете йыл да ике ай дауам итә. Демобилизациянан һуң Мәскәүҙә йәшәй, шунда өйләнә, эшкә урынлаша. 60 йыл космос приборҙары эшләү ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 2022 йылда тыуған яғына ҡайта.
Мансур Ғәли улы оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, оптимизм һәм рух күтәренкелеген һаҡланы, ауыл һәм район сараларында ҡатнашырға тырышты. Былтыр Оло Ыҡтамаҡ ауылында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған сараларҙа шәхсән ҡатнашты.
Һуғыш йылдарында яҡташыбыҙ күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ беҙҙең өсөн патриотизм, Ватанға һөйөү өлгөһө булды һәм булып ҡала.

 

Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте, 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ВӘЛИЕВ МАНСУР ҒӘЛИ улы вафат булыу сәбәпле, мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының, яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлаша.

Автор: