Ағайым 2001 йылда Айып мәктәбенә уҡырға инә. Дүрт йыл уҡып, 2005 йылда бишенсе класҡа Әбдрәхим урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бара. 2007 йылдан белем алыуын Башҡорт гимназия-интернатында дауам итә. Уҡыу дәүерендә төрлө ярыштарҙа, бәйгеләрҙә, сараларҙа ҡатнаша. Милли көрәш, саңғы буйынса район һәм зональ ярыштарҙа призлы урындар яулай. Районда “Урал батыр” конкурсы еңеүсеһе тип танылғас, республика күләмендә сығыш яһай. Инша, шиғыр булһынмы – беренселекте бирмәне ағайым. Шашка, шахмат уйнарға яратты. Ул – спорт мастеры.
Бәләкәй саҡтан хәрби булам тип хыялланды һәм теләге тормошҡа ашты – 2013 йылда Новосибирск юғары хәрби белем биреү училищеһына уҡырға инде. 2018 йылда ҡулына диплом алып, Уссурийскиға хеҙмәт урынына ебәрелде, шул уҡ йылда өйләнде. Ә 2018 йылдың 7 майынан бойороҡ буйынса разведка ротаһы взводы командиры итеп тәғәйенләнде.
2019 йылда Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы үткәргән “Взвод” телепроектының хәрби әҙерлек-эксперименталь программаһында ҡатнашыусы һәм финалист – беҙҙең ағайыбыҙ. Ошо эксперименталь отрядта бер урынға Рәсәйҙең бөтә хәрби округтарынан дүрт-биш мең офицер дәғүә итә. Әммә шулар араһынан иң яҡшы 30 кеше генә финалға барып етә. Ағайым почетлы урын яулай, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.
2020 йылдың 13 апрелендә “өлкән лейтенант” хәрби званиеһы бирелә. 2021 йылдың декабренән 2023 йылдың февраленә тиклем Сүриә – Ғәрәп Республикаһында хеҙмәт итә.
2022 йылдың 20 апрелендә “Сүриә хәрби берҙәмлеген нығытҡан өсөн” миҙалы менән наградлана.
2023 йылдың март айынан Украина биләмәһендәге махсус хәрби операцияла алғы һыҙыҡта була.
Ағайым ғүмеренең аҙағына тиклем хәрби антына тоғро ҡалып, Рәсәй армияһы офицеры исемен данланы, геройҙарса һәләк булды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены бирелде.
Бер мөғжизә булып эргәбеҙгә
Ҡайтырһың, тип өмөт итәбеҙ.
Мәңге йәшәрһең һин, ҡәҙерлебеҙ,
Иң түрендә беҙҙең йөрәктең.
Доғаларыбыҙ булһын юлдаш һиңә,
Фәрештәләр булһын түреңдә.
Һағыныу һағыштарын баҫыр өсөн
Кергеләп тор беҙҙең төштәргә.
Ауыр тупрағың еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәрең.
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәрең!
Аэлита ӘХКӘМОВА.