Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Август 2023, 15:50

Ғонсаров Р. М.

31 июлдә 83 йәшендә күп йылдар Ләмәҙтамаҡ ауыл клубы директоры булып эшләгән хеҙмәт ветераны, коллегабыҙ Ралит Муллағәли улы Ғонсаровтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Ғонсаров Р. М.
Ғонсаров Р. М.

Ул 1940 йылдың 18 июнендә Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген етенсе класты тамамлағандан һуң колхозда башлай. Һуңынан армияға алына, унда дүрт йылдан ашыу хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Ралит Муллағәли улы армиянан ҡайтҡас, уға ауыл клубының художество етәксеһе вазифаһын тәҡдим итәләр. Ул риза була, сөнки бала саҡтан уҡ музыкаға тартыла. Бер үк ваҡытта киске мәктәптә уҡый һәм урта белем ала. Һуңғараҡ музыка училищеһын һәм баянсылар курсын тамамлай.
Ралит Ғонсаров ойошторған концерттарҙы ауыл халҡы һәр саҡ түҙемһеҙлек менән көттө. Йырҙарҙы ла ул үҙе башҡарҙы, баянда ла уйнаны. Тауышы тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы, улар Ралит Муллағәли улын сәғәттәр буйы тыңларға әҙер ине.
Егәрле һәм эшһөйәр художество етәксеһе клуб директоры итеп тәғәйенләнде. Ул етәкселек иткән коллектив район смотрҙарында еңеүселәр иҫәбендә булды.
Ралит Муллағәли улы тәүге юғары наградаһын 1965 йылда Татарстандың баш ҡалаһында ала: халыҡ йырҙары конкурсы лауреаты була. 1967 һәм 1969 йылдарҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурста уңышлы сығыш яһай. Ул – Совет армияһының фашистик Германияны һуғышта еңеүенең 40 йыллығына һәм Башҡорт АССР-ының 60 йыллығына, “Рәсәйҙең халыҡ таланттары” фестиваленә арналған конкурстар лауреаты. 1997 йылда Мәсетле районы хакимиәте уға “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән маҡтаулы исем бирҙе. Мәҙәниәт өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Почет грамотаһы менән наградланды.
Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ралит Ғонсаров тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Мәҙәниәт бүлеге һәм район Мәҙәниәт һарайы коллективтары.

Автор: