Башҡорт әҙәбиәте дәреслектәрендә “Дон далаларында” бәйете (эпик-лирик әҫәр) осрай. Был әҫәрҙәге ваҡиғалар ҡыҙылармеец Яҡупов исеменән тасуирлана, ләкин 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры тураһында раҫланған мәғлүмәттәр булмай. Әле ҡыҙылармеец Дәүләт Яҡупов тураһында мәғлүмәттәр осраҡлы килеп сыҡҡан. Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫкән ҡыҙылармеец һәләтле шағир ҙа булған.
Фильм “Бәйет авторы Дәүләт Яҡупов булдымы?” тигән һорауға яуап табыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ижади-документаль фильм ғалим-лингвистарҙың Яңы Мишәр кешеһе нәҫелен тикшереүҙәре тураһында һөйләй. Таҫмала һуғыш йылдарындағы ваҡиғаларҙы художестволы реконструкциялау ҡулланыла. Фильм төшөрөү идеяһын сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова тәҡдим иткән. Монтаж режиссеры һәм сценарий авторы – Рәйсә Абдуллина, оператор – Римзат Билалов, сценарий авторҙары – Гөлсәсәк Саламатова һәм Рәйсә Абдуллина. Фильмда Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актер-ҙары Венер Сөнәғәтов, Залина Усманова, Әлфирә Ғәлләмова, Денис Нурғәлин, Әлфирә Йосопова, Нурзиә Әбдрәшитова, Альберт Салауатов, шулай уҡ балалар Арыҫлан Мәхийәнов, Камилиә Нурғәлина, Батырхан Салауатов, Диана Тлявкабулова һәм Ғәлиә Ибраһимова ҡатнаша. Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы һүҙҙәренсә, фильмда һуғыш йылдарындағы ваҡиғаларҙы художестволы реконструкциялау ҡулланыла.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 26 майҙың 21-се һанында уҡығыҙ.