Олатайым ПТР бүлеге командиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 2-се эскадронында взвод командиры булып хеҙмәт иткән. “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы (1944 й.), III дәрәжә Дан (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән наградланған.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем төшкән фотоһүрәтенә ҡараһам, ирекһеҙҙән күҙҙәремә йәш килә. Был фотонан миңә матур егет ҡарай. Уның ҡарашында ҙур рухи көс, бөтә ҡиәфәтендә ышаныс, ҡыйыулыҡ һиҙелә, унан изгелек бөркөлә. Был сифаттар ул быуын кешеләренә хас. Уларҙың күбеһенең ғүмере йәш килеш яу яланында өҙөлөүе бик ҡыҙғаныс. Был мәҡәләне тыныс тормошобоҙ, киләсәгебеҙ, Тыуған илебеҙ бойондороҡһоҙлоғо өсөн батырҙарса һәләк булғандарға бағышлайым.
Табылған документтарға ярашлы, гвардияның өлкән сержанты Дәүләт Яҡупов данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ҡылыслылар һәм танкыға ҡаршы ҡорал бүлектәре командиры булып хеҙмәт итә. 1945 йылдың ғинуарында Польшаның Томашев ҡалаһы һәм Янкув-Пшигодки ауылы өсөн алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан ордены менән наградлана. Был хәрби операцияларҙа фашистарҙың ике дзотын тар-мар итеүгә һәм төҙөк бронетранспортерҙарын тартып алыуға өлгәшә. Быға тиклем Украинаның Волынск өлкәһендәге “Овадно” станцияһы эргәһендә тимер юл күперен дошман гарнизонынан азат итеп, беҙҙең һалдаттарға юл асҡан өсөн ҡарт олатайыма “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы тапшырыла. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул 1945 йылдың 27 февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән дә бүләкләнә.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 26 майҙың 21-се һанында уҡығыҙ.