Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Яңы Мишәрҙән дүрт һалдат Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән 112-се кавалерия дивизияһы составында фашизмға ҡаршы һуғыша – Дәүләтбай Яҡупов, Фәтҡулла Ғиниәтуллин, Солтан Шаһиев һәм Әхмәтйән Әхмәтшин. Стендты Дәүләтбай Мәүлит улының ейәне, ошо ауылдағы мәктәпте тамамлаусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Булат Баев эшләгән.
Сараны асыу тантанаһында филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова, Мәсетле районының почетлы гражданы Ирек Яҡупов, Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад һәм менеджмент кафедраһы доценты Резида Яҡупова, Мәсетле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика эше буйынса бүлек начальнигы Айгөл Шарапова, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров, “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Юрис Латыпов, шулай уҡ яугирҙарҙың ейәндәре, бүләләре, туғандары ҡатнашты.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 31 мартының 13-се һанында уҡығыҙ.