Оло Ыҡтамаҡ ауылының Еңеү паркында ошо сараға арналған митинг уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, район Советы секретары Владимир Новоселов, “Йәш армеецтар”, “Александр Невский” хәрби-патриотик клубтары, “Святлячок” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре интернациональ бурысын үтәгән яҡташтарына хөрмәт күрһәтергә, яу яланынан әйләнеп ҡайтмағандарҙы иҫкә алырға килде.
Митингыла ҡатнашыусылар Афғанстанда булған ваҡиғаларҙы иҫкә алды. Һуғыш Мәсетле районын да урап үтмәне – был хәрби хәрәкәттә 90-дан ашыу райондашыбыҙ ҡатнашты. Уларҙың өсәүһенә тыуған тупһаһына кире ҡайтырға яҙманы. Ғәзизов Раян Нуриман улы, Ғимазиев Салауат Фәттәх улы һәм Хәйерзаманов Рафаэль Рауил улы – уларҙың исемдәрен яҡташтары изге хәтер итеп һаҡлай.
Әнис Әсәҙуллин Афған һуғышында күрһәткән батырлыҡтары, интернациональ бурысты лайыҡлы үтәгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ ул яҡташтарын хөрмәтләп иҫкә алырға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 17 февралдә 7-се һанында уҡығыҙ.