Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Декабрь 2022, 15:00

Ҡумыҙҙы бөтә донъяға танытҡан кеше

Әжекәй ауылында урындағы яңыртылған клубты асыу тантанаһы һәм яҡташыбыҙ, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Роберт Заһретдиновтың хәтер кисәһе уҙҙы. 16 декабрҙә уға 90 йәш тулыр ине.

Ҡумыҙҙы бөтә донъяға танытҡан кеше
Ҡумыҙҙы бөтә донъяға танытҡан кеше

Сараларҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы директоры урынбаҫары Рөстәм Солтанғужин, виртуоз ҡумыҙсының ҡыҙы Айһылыу Заһретдинова, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, “Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Артур Ғайсаров ҡатнашты.
Музыкант уҡыған Әжекәй мәктәбе бинаһында Роберт Заһретдинов хөрмәтенә ҡуйылған мемориаль таҡтаташ-ҡа сәскәләр һалыу ойошторолдо. Айһылыу Заһретдинова билдәләүенсә, Мәсетле районы һәм республика етәкселеге ярҙамында Роберт Абдрахман улын онотмайҙар – билдәле ҡумыҙсы иҫтәлегенә төрлө саралар, музыкаль конкурстар үткәрелә.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 23 декабрҙә 51е һанында уҡығыҙ.

 

Автор: