Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
14 Декабрь 2022, 11:05

Шакир абый тураһында хәтирәләр

Шакирйән Ғатауллин 1936 йылдың 21 авгусында Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Мәктәп йылдарында уҡ Башҡортостандың буласаҡ билдәле умартасыһы Ивний Шафиҡов менән бергә саңғы, волейбол һәм еңел атлетика буйынса район ярыштарында сығыш яһай.

Шакир абый тураһында хәтирәләр
Шакир абый тураһында хәтирәләр

Мәктәпте тамамлағас, Өфө физкультура техникумына инә, шунда уҡ армияға алына. Өс йыл хеҙмәт итә. 1961 йылда техникумды тамамлай һәм Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. 1996 йылда пенсияға сыға, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләүен дауам итә. 2002 йылда вафат була.
Саңғы юлы буйында бер ҡулында дүңгәләкһеҙ саңғы таяғы, икенсеһендә секундомер тотҡан быйма кейгән уҡытыусы баҫып тора. Ул – районда билдәле физкультура уҡытыусыһы Шакирйән Ғатауллин. Районда спорт буйынса тәүге дипломлы белгес булараҡ, Шакирйән Ғатауллин 1961 йылдан 1998 йылға тиклем физик яҡтан ныҡлы бер нисә быуын егет һәм ҡыҙҙар тәрбиәләй, юғары класлы спортсылар әҙерләй, күп тәрбиәләнеүселәрен физкультура буйынса махсус уҡыу йорттарына йүнәлтә. Ул бер ҡасан да тыныс тормош эҙләмәй, бар күңелен эшкә бирә. Уның үҙен ышаныслы тотоуы, тыныслығы уҡыусыларына һәм йәш коллегаларына тормошта үҙҙәрен табырға, үҙ әһәмиәттәрен тойорға, дөрөҫ тормош ҡиммәттәренә эйә булырға ярҙам итә.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 9 декабрҙә 49ы һанында уҡығыҙ.

Шакир абый тураһында хәтирәләр
Шакир абый тураһында хәтирәләр
Шакир абый тураһында хәтирәләр
Шакир абый тураһында хәтирәләр
Автор: