Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Ноябрь 2022, 12:05

Яҡташыбыҙҙың фәнни батырлығы

27 ноябрҙә яҡташыбыҙ, башҡорт филологияһы өлкәһендә билдәле ғалимдарҙың береһе, филология фәндәре докторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәжибә Мәҡсүтоваға 90 йәш тулған булыр ине.

Яҡташыбыҙҙың фәнни батырлығы
Яҡташыбыҙҙың фәнни батырлығы

Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙының оҙаҡ йылдар уңышлы ғилми эшмәкәрлеге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән бәйле. Үткән быуаттың 1960 – 1970 йылдарында ул бай фәнни һөҙөмтәләр биргән байтаҡ диалектологик экспедициялар ойоштора. Йәш коллегалары менән бергә 10 йыл эсендә ул Башҡортостандың 400-ҙән ашыу ауылын, Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған өлкәләрен һәм башҡа төбәктәрҙе урап сыға. Экспедицияларҙың бай филологик материалы ярҙамында Нәжибә Мәҡсүтова кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлай, башҡорт һәм төрки диалектологияһы, лингвогеография өлкәһендә илдә танылған белгес була.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 25 ноябрҙә 47е һанында уҡығыҙ.

Автор: