Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Ноябрь 2022, 16:00

Ул халҡына хеҙмәт итте

Бер йыл элек 90 йәшендә хеҙмәт ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы ағзаһы Тәлғәт Сөнәғәтов вафат булды.

Ул халҡына хеҙмәт итте
Ул халҡына хеҙмәт итте

Ул 1931 йылдың 21 февралендә Теләш ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Балаҡатай районының Яңыбай урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Хәрби хеҙмәтте Алыҫ Көнсығыштың Ворошилов ҡалаһында (хәҙер Уссурийск) үтә.
Тыуған яҡтарына ҡайтып хеҙмәт эшмәкәрлеген тарих уҡытыусыһы булып дауам итә, сөнки был предмет уны бала саҡтан ылыҡтыра. Ул артабан белем алыу теләге менән Максим Горький исемендәге Урал дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы тарих уҡытыусыһы булып эшләй, шул уҡ ваҡытта түңәрәктәр алып бара, балаларҙы чечетка бейергә, шахмат уйнарға өйрәтә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән етәкселек итә. Бер үк ваҡытта “Китап” нәшриәтенең “Улар Еңеү менән ҡайтты”, Мәсетле районы хәрби хеҙмәткәрҙәре исемдәре индерелгән “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр исемлеге” китаптарын баҫтырыуҙа яуаплы сәркәтип була.
Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы ағзаһы булараҡ, райондың торама пункттарында пропаганда эше алып бара, партия тарихы менән таныштыра.
2003 йылда, ике тиҫтәгә яҡын әүҙем коммунисты йыйып, Мәсетле районында партия ойошмаһы булдыра, уның беренсе секретары итеп һайлап ҡуйыла. Шулай уҡ Мәсетле районы энциклопедияһына индерелгән материалдарҙы әҙерләүҙә ҡатнаша.
Шул уҡ ваҡытта Тәлғәт Ғәтиәт улының Мәсетле офицерҙары тураһында айырым китап сығарыу теләге тыуа. Ошо теләкте ул 2020 йылда тормошҡа ашырҙы. Яугирҙарҙың биографияһы тураһында архив документтары менән танышҡанда, уны ошо ирҙәрҙең ҡыйыулығы, фиҙаҡәрлеге һәм батырлығы хайран ҡалдыра.
“Мәсетле районы офицерҙары” китабының беренсе өлөшө уҡыусыларҙы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ваҡиғалар менән таныштыра, икенсе өлөшө илебеҙ өсөн Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан район офицерҙарының ҡыҫҡаса биографияһынан тора. Автор үҙе “Китапты киләсәк быуын өсөн яҙҙым, беҙҙән һуң ҡалғандар ата-бабаларыбыҙ ҡылған батырлыҡтарын онотмаһын”, – тип әйтә.
Тәлғәт Сөнәғәтовтың хеҙмәттәре ярҙамында хәтер тере, ата-бабаларыбыҙҙың данлы эштәре онотолмай, улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо йәшәй. Тыуған төйәгебеҙҙең тарихи хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн мәсетлеләр уға рәхмәтле.
Лилиә ҠОТЛОӘХМӘТОВА, КПРФ-тың Мәсетле районы бүлексәһенең беренсе
секретары.

Автор:Лариса Михалькова